Мосолмандарҙың оло байрамын красноусолдар матур итеп үткәрҙе. Иртәнге сәғәт 10-ға мәсеткә ғәйет намаҙына йыйылды. Иман йортона килеүселәр араһында ололар менән бер рәттән балаларҙың, йәштәрҙең дә булыуы бик мөбәрәк булды. Тимәк, динде ихтирам иткән иманлы быуын үҫә.
Күмәкләшеп намаҙға баҫҡандан һуң, Красноусол мәсетенең имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров йыйылыусыларҙы мөбәрәк байрам менән тәбрикләне. Һәр кем уның иман, әҙәп тураһындағы вәғәздәрен ихлас тыңланы. Ғәйет намаҙы уҡылғас, ҡорбан салырға таралыштылар. Әммә ҡорбан салдырырға теләүселәр бик күп булыуға ҡарамаҫтан, мәсет ихатаһында бер генә һарыҡты салырға рөхсәт ителде. Санитар талаптарға ярашлы, Табын ауылындағы мал һуйыу цехында салырға кәрәк ине. Күптәр ҡорбанды үҙ ихатаһында салдырҙы.
Мәсет ихатаһында ҡорбан итенән ҡаҙан тултырып былау әҙерләнде. Байрамға килеүселәр аш-һыуҙан, ҡорбан ашынан ауыҙ итте, табын артында иман, әҙәп, дин тураһында фекер алышып, күңелдәрен нурландырҙы.