Иман йорто байрамға килеүселәрҙе өр-яңы төҫ алып, матур итеп биҙәлеп ҡаршы алды. Байрам алдынан хәҙрәт етәкселегендә ауылдың әүҙем ир-егеттәре һәм ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамы менән мәсеткә ремонт үткәрелгәйне.
Халыҡ күп йыйылды байрамға, ситтән ҡайтыусы ауылдаштар ҙа бик күп булды. Ҡорбан салдырырға теләгәндәр һарыҡтарын килтереп еткерҙе. Салауат хәҙрәт байрамды асып, Ҡорбан ғәйетенә арналған Ҡөрьән аяты, сүрәләр, вәғәздәр уҡылды. Намаҙ уҡыу тамамланғас, барыһы ла алдан әҙерләнгән ҡорбан салыу урынына килеп, йола буйынса ҡорбанға салынасаҡ һарыҡҡа ҡулдары менән тотоноп, теләктәрен теләне. Ҡорбан килтереү тамамланғас, күптәр хәйер-саҙаҡа таратты, мәсеткә лә ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерҙе.
Ауылдаштарыбыҙ Рафаил Камил улы, Суфия Әмир ҡыҙы, Рәмзил Рамазан улы, Әлфир Фәнир улы салдырған ҡорбан итенән аш бешерелеп, муллыҡтан һығылып торған байрам табыны әҙерләнде һәм һәр кем аш-һыуҙан ауыҙ итте.
Ҡорбанды үҙ йорттарында салдырыусылар ҙа булды. Ауыл буйынса алты тиҫтәнән ашыу ҡорбан салынды. Ҡорбан салып, ҙур сауап алып, ите менән ауылдаштарын һыйлаусыларға рәхмәтле булып, ил-көнөбөҙгә тыныслыҡ, именлек, бәрәкәт теләп таралышты юлыҡтар матур байрамдан.