-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Июнь 2023, 10:45

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Красноусол мәсетендә ҡорбан ғәйете 28 июнь, 9.00 сәғәттә уҙғарыла. Ғәйет намаҙын уҡығас, мәсет урамында Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбандар салырбыҙ, Инша Аллаһ. Барығыҙҙы ла байрамға саҡырабыҙ. Ҡорбан ғәйеттәребеҙ мөбәрәк булһын!

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Ҡорбан” һүҙе ғәрәп телендә “яҡынайыу” тигән мәғәнәне аңлата. Хәҙерге ваҡытта был һүҙ Ҡорбан ғәйете көнөндө салына торған һыйыр, һарыҡ, кәзә, дөйә кеүек хайуандарға ҡарата ҡулланыла. Әгәр ҙә кеше был хайуандарҙы Аллаһ ризалығы өсөн салһа, ул Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылған булып һанала һәм уның рәхмәтенә, ризалығына яҡыная. Аллаһ Тәғәлә ул кешене ярата башлай һәм был ғәмәле өсөн уны Ҡиәмәт көнөндә йәннәткә керетә.
Ҡорбан салыуҙың тарихы Ибраһим ғ.с. заманына әйләнеп ҡайта. Ул Аллаһ Тәғәләгә бер бала биреүен һорап доға ҡыла һәм был доға ҡабул була. Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Ибраһим әйтте: Мин үҙемдең Раббыма барам һәм ул миңә тура юлды күрһәтәсәк. Эй, Раббым, миңә изге ғәмәлдәр ҡылыусы бала бирһәң ине! Һәм беҙ уны сабыр итеүсе бала менән шатландырҙыҡ” (Сәффәт: 99-100).
Ибраһим ғ.с.-гә 87 йәш тулғанда улы Исмәғил тыуа. Исмәғил ғ.с.-гә 13 йәш тирәһе булғас, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙе бик ҡаты һынау менән һынай: төшөндә улын ҡорбан итеп салырға бойорола. Был турала ул улы Исмәғилгә әйтә, улы риза була. Улар икеһе лә Аллаһтың әмеренә буйһонғас, ул Исмәғилде һимеҙ ҡорбан менән алмаштыра, аҡ төҫтәге тәкә салырға ҡуша.
Ҡорбан ғәйете көнөндә Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн бер хайуанды ҡорбан итеп салыу Аллаһтың рәхмәтенә һәм ризалығына яҡынайыуҙың бер ысулы булып һанала.
Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Әйт: “Минең намыҫым да, ҡорбаным да, тормошом һәм үлемем дә донъяларҙың Раббыһы Аллаһ өсөн. Уның тиңдәше юҡ”. (Әнғәм: 162-163).
Красноусол мәсетендә ҡорбан ғәйете 28 июнь, 9.00 сәғәттә уҙғарыла. Ғәйет намаҙын уҡығас, мәсет урамында Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбандар салырбыҙ, Инша Аллаһ. Барығыҙҙы ла байрамға саҡырабыҙ. Ҡорбан ғәйеттәребеҙ мөбәрәк булһын! Һуғыштар бөтһөн, илебеҙгә, еребеҙгә тыныслыҡ насип итһен.
Фәнил хәҙрәт БАСИРОВ,
Ғафури районының имам- мөхтәсибе.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: