Хаж ҡылғандан һуң күп кешеләр ныҡ үҙгәрә, сөнки изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Ә әлегә хаж ҡылмаусы мосолмандар Зөлхизә айының башында икенсе төрлө изге эш башҡара – Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ҡорбан сала.
Әт-Тирмизи һәм Ибн Мәәджәһ риүәйәт иткән хәҙистә әйтелә:
“Ҡорбан ғәйете көнөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан салыу. Был хайуан Ҡиәмәт көнөндә үҙенең мөгөҙ-тояҡтары һәм тиреһе менән (үтәлгән ғибәҙәттең шаһиты булараҡ) киләсәк. Ҡорбандың ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөрмәҫ борон уҡ Раббыбыҙ ҡаршыһында оло урын алыр. Шуға ла йәндәрегеҙ тыныс булһын (йәғни Аллаһтың әжеренә ныҡлы ышанығыҙ)”.
Ҡорбан салыу ҡайһы бер мәҙһәбтәрҙә вәжиб (йәғни мотлаҡ) тип һанала, сөннәт ғәмәл тип әйтеүселәр ҙә бар. Әммә беҙҙең өсөн Аллаһ Тәғәләнең бойороғо ул.
Ҡөрьәндә: “Фасалли лираббикә үәнхәр” – “Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, тиелгән бит (“Әл-Кәүҫәр” сүрәһе, 2-се аят). Дөрөҫлөктә, “ҡорбан” һүҙе “яҡын булыу” тигәнде аңлата. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, Уға яҡынайырға ынтылыу.
Йола нисек үтәлә?
Ҡорбан салыу ғәйет намаҙынан һуң башлана. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Һуйыласаҡ малдың нисәлер көн алдан әҙерләп йәки һатып алып ҡуйылыуы яҡшы.
Ҡорбан итеп һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә малдарын һайларға була. Йәшенә килгәндә, оло мал: һыйыр - ике, дөйә биш йәштән үтергә тейеш. Ваҡ малдың (һарыҡ йәки кәзәнең) бер йәштән дә кәм булмауы шарт, әммә, көр һәм һимеҙ икән, йәше тулмағанды ла ҡорбанға килтерергә мөмкин. Салынасаҡ малдың тәненә лә иғтибар итергә кәрәк: ул сатан, һуҡыр, ныҡ сирле йәки ябыҡ булмаһын.
Үҙ ҡорбаныңды үҙең салыу хуплана. Малды, башын ҡиблаға ҡаратып, ергә һул яғы менән һалалар. Боғаҙларҙан алда: “Бисмилләһ! Аллаһу әкбәр!” – тип әйтергә кәрәк.
Мал, салынғас, һәйбәт итеп һуйыла. Ите тигеҙ итеп өскә бүленә: бер өлөшөн салдырыусы үҙенә ҡалдыра, икенсеһен туғандарына, ҡәрҙәштәренә саҙаҡа итеп өләшә, ҡалғанын мохтаждарға бирә. Тиреһен хужаларҙан берәү үҙенә алып, эшкәртһә, һәйбәт була, кемгәлер хәйер итеп бирергә лә мөмкин.
Ололар әйтеүенсә, борон ҡорбанлыҡтың бөтә өлөштәре лә эшкәртелгән. Хәҙер иһә әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исрафҡа юл ҡуйырға ярамай. Шул саҡта ғәмәл хәйерлерәк була.
Ҡорбан салыуҙың үҙ әҙәбе-тәртибе бар. Ул түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
* Байрамға ике-өс көн ҡалғас, ҡорбанлыҡ хайуанды, бүтән малдарҙан айырып алып, таҙараҡ урында тотоу, яҡшы итеп ашатыу.
* Ҡорбан салырға ниәтләгән кешенең барыһын да үҙе башҡарыуы яҡшыраҡ.
* Мал алдында бысаҡ үткерләмәү (был уны ике тапҡыр үлтереү һымаҡ булыр).
* Ҡорбанды бүтән малдар күреп ҡалырлыҡ урында салмау.
* Хайуанды, башы менән ҡиблаға ҡаратып, һул ҡабырғаһына ятҡырыу.
*Салыусы кешенең үҙенең дә йөҙө менән ҡибла тарафына ҡарап ултырыуы яҡшы.
* Йәнәшәләге кешеләр менән бергә көйләп тәҡбир әйтеү. Бына уның һүҙҙәре: “Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, лә иләһә илләЛлаһ, үәЛлаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, лә иләһә илләЛлаһ, үәЛлаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр, үә лиЛләһил-хәмд” (тәржемәһе: “Аллаһ иң бөйөк, Аллаһ иң бөйөк, Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ иң бөйөк, Аллаһ иң бөйөк һәм бөтә маҡтауҙар – Аллаһҡа!”)
*Тәкбирҙән һуң шундай доға ҡылыу: “Иннә саләти үә нүсүки үә мәхйәйә үә мәмәти лиЛләһи Раббил ғәләмин” (тәржемәһе: “Ысынлап, минең намаҙым һәм минең ҡорбаным, минең ғүмерем һәм минең үлемем – ғаләмдәр Раббыһы Аллаһҡа!”).
* Шунан һуң, ҡулға бысаҡ алып: “БисмиЛләһ, Аллаһу әкбәр! Йә Раббым, был фәлән-фәләндән”, - тип, ҡорбанлыҡ хайуанды тиҙ генә, оҫта ғына, матур ғына итеп салыу.
* Ҡорбан салғандан һуң түбәндәге доғаны уҡыу: “Йә, Аллаһ, был ҡорбанды Үҙеңдең һөйөклө Мөхәммәтеңдән һәм дуҫың Ибраһимыңдан ҡабул иткәнең кеүек ҡабул ҡыл”).
Мәрхүмдәр өсөн ҡорбан
салырға яраймы?
Мәрхүмдәр исеменән Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салырға ярай, ләкин “мәрхүмдәр исеменә” түгел.