+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Август , 09:00

Ауыл өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышы

Ауылдарҙа яңы мәсеттәр үҙ ишектәрен асыуы, халыҡтың һуңғы йылдарҙа әхлаҡи тәрбиәгә әһәмиәт биреп, иманға, дингә тартылыуы ыңғай күренеш. Оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, ниһайәт, Түбәнге Ташбүкән ауылы халҡы ла мәсетле булды. 26 июлдә, изге йома көнөндә, ауыл халҡы ҙур шатлыҡ кисерҙе – күккә олғашҡан манаралы иман йорто асылды.

Ауыл өҫтөндә яңғыраны                       аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышы

Был изге йорт тамырҙары менән ошо ауылдан булып, бөгөн Нижневартовск ҡалаһында йәшәүсе Лилиә менән Айрат Ҡотовтар тырышлығы менән ауыл кешеләре ярҙамында үҙ ишектәрен асты.
Ике яҡлы итеп буралған мәсет ауылдың ҡап уртаһында, уңайлы ерҙә урынлашҡан. Заманса тәҙрәләр ҡуйылған, профнастил менән көпләнгән, ихатаһы евроштакетниктар менән кәртәләнгән. Тауыш көсәйткес музыкаль аппаратура менән микрофон да бар.
Был көндө иман йорто ишектәрен киң асып ҡаршы алды. Көн ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр ярайһы ғына булды. Мәсет дини тәғлимәт буйынса ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым, ике яҡтан тора.
Түбәнге Ташбүкәндәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары, ошо ауылда тыуып үҫкән Фуат Кейекбаев, Ғафури районының имам-мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Басиров, Красноусол мәсетенән Мирас хәҙрәт Шәрипов, Альмира Ғөбәйҙуллина, Ҡотовтар, Кәримовтар ғаиләләре һәм ауылдан сыҡҡан башҡа ҡунаҡтар килгәйне.
Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Ҡотов дөйөм көс менән мәсетле булыуҙары уңайынан тәбрикләне, уның буш тормауын теләне. Илдар Мөғәттәр улы Айрат, Хәсән, Ғәли Ҡотовтарҙың башланғысын һәр яҡлап хуплауын белдерҙе.
- Айрат Хәсән улының үҙенең йәнтөйәгенә тоғролоғо, уның үҫешенә индергән өлөшө һәм ярҙамы һәр кемгә өлгө булып тора. Мәсет әүәл-әүәлдән һәр ауылдың рухи үҙәге булып тора. Шуға ла яңы мәсет төҙөү – урындағы халыҡ өсөн ҙур байрам ул. Был изге башланғыста күптәр ярҙам ҡулы һуҙҙы: берәүҙәр – аҡсалата, икенселәре – төҙөлөш материалдары менән, өсөнсөләр иһә буш ваҡыттарында мәсеткә килеп ярҙам иттеләр. Изге эштән бер кем дә ситтә ҡалманы, - тип билдәләп үтте биләмә башлығы һәм Айрат Ҡотовты ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Фәнил хәҙрәт Басиров Ҡөрьән аяттары, вәғәздәр, өгөт-нәсихәттәр уҡып, Альмира Ғөбәйҙуллина ташбүкәндәрҙең шатлығын уртаҡлашып, ҡотлап үтте һәм мәсеткә сәғәт, китаптар бүләк итте. Динде йәшәү рәүеше итеп алыуҙарын теләнеләр. Ҡурғашлыла тыуып үҫкән академик Әсҡәт Шәрипов та изге теләктә ҡалды. Ауылда тыуып үҫкән Нурия Әхмәтғәли ҡыҙы һүҙ алып, иман йортоноң ишектәре ябылмауын, Хоҙай Тәғәлә нурлы мәсеткә саҡырып тороуын, нигеҙ һалған, уны асыуға ярҙам иткән барлыҡ ауылдаштарына (кемдер - ҡул көсө, кемдер - аҡсалата) рәхмәтен еткереп, Ишембай районының Ҡарайған ауылынан Мөхәмәт имам-хәҙрәттең бүләген – Изге Ҡөрьән китабын тапшырҙы. Фирдус имам-хатип изге теләктәрен еткерҙе, хәйер таратты.
Иман йортон төҙөүгә йөрьәт итеүсе Айрат Хәсән улы Ҡотовтың атай-олатайҙары ошо ауылда тыуып үҫкән.
- Был уй-маҡсат менән бынан 15 йыл самаһы элек, иман юлына баҫҡас, яна башлағайным. Сөнки күңел нимәлер һораған кеүек, Түбәнге Ташбүкән атайҙың, Хәсән Абдулла улының тыуған ауылы, олатай ошонда йәшәгән, үҙем бәләкәй саҡта ошонда уйнап йөрөгән ваҡыттар... Шуға ла күңел әйтте бит инде ошонда берәй мәсет булһын һәм аҙан тауыштары сыҡһын, тип. 10 йыл элек Ҡурғашлыла йәшәүсе ата-
йым менән документтарҙы рәсмиләштереп, заказға бура буратып, 2014 йылда ауылдың ҡап уртаһында ауыл хакимиәте бүлгән ер участкаһында буласаҡ мәсеткә нигеҙ ҡоролдо һәм шунан эш башланып китте. Бураны күтәреп, ҡыйығын ябып, манараһын эшләп ҡуйҙыҡ. Шунан һуң эш туҡталып ҡалды, оҙаҡҡа һуҙылды, сөнки үҙебеҙ ғаилә менән Себер тарафтарында Нижневартовск ҡалаһында йәшәйбеҙ, тыуған яҡтарға йылына бер, йәй көнө отпуск ваҡытында ғына ҡайтырға мөмкинлек бар. Мин был эште дан өсөн түгел, күңел ҡушыуы бу-йынса башҡарҙым. Ҡайтҡан һайын Земфир ағай менән яйлап нимәлер эшләй инек. Әлбиттә, яңғыҙ кеше генә башҡарып сыға торған эш түгел был, шуға күрә башынан аҙағына тиклем ярҙам ҡулы һуҙған Фәнис ағай Булатовҡа (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм) рәхмәтлемен. Ул, атайым Ғәли ағай Ҡотов нигеҙен ҡорҙолар. Башланған эште быйыл теүәлләү уйы менән ауыл хакимиәте кешеләрҙе өмәгә йыйып, мәсеттең тиҙерәк асылыуына ҙур тырышлыҡ һалдылар. Ниһайәт, 10 йыл үтһә лә үҙ маҡсатыбыҙға ирештек, үҙебеҙгә һәм ауылға ҙур бүләк эшләнек. Ошо изге эштә ҡатнашҡан барса мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте етһен. Иман йорто ауыл кешеләре өсөн иң мөһим урын, үҫеп килгән йәш быуын өсөн рухи тәрбиә үҙәге булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Мәсеттең ишеге бер ваҡытта ла ябылмаһын, ауыл өҫтөндә аҙан тауыштары яңғырап торһон, - тигән теләген еткерҙе Айрат Хәсән улы.
Ҡотовтар Нижневартовск ҡалаһында йәшәй. Айрат Хәсән улы – Югра дәүләт институтында студенттарға физика фәненән белем бирә, Лилиә Ирғәле ҡыҙы 31-се һанлы мәктәптә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй, “Рәсәй Федерацияһының почётлы уҡытыусыһы” исемен йөрөтә. Төп эштәренән тыш, эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнәләр. 20 йыллап иман юлындалар. Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Барыһы ла “5”-кә генә уҡып, икәүһе мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, өлкәне Дилиә Башҡорт дәүләт медицина университетын быйыл тамамлаған, ә уртансыһы Әминә 11-се кластан һуң был уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Иң кесеһе Наилә 9-сы класты тамамлаған. Өсөһө лә сәнғәт мәктәбенең хореография (бейеү) бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлағандар, губернатор премияларына лайыҡ булғандар, фортепианола уйнайҙар, икенсеһе - гитарала, кесеһе флейтала ла уйнай.
Иман йорто асылыуы ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде. Мәсет булған ерҙә – иман да булыр, тигән боронғолар. Ысынлап та, иман йорто ауылға иман килтерер, ҡот-бәрәкәт өҫтәр.
Мәсет асыуға арналған байрам сараһында ҡатнашыусылар бағыусыларға һәм меценаттар Ҡотовтар ғаиләһенә һәм ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был көндө имам-хәҙрәттәр Ҡөрьән аяттары уҡыны, вәғәздәр әйтте. Яңы мәсеттә барыһы бергә тәүге йома намаҙын уҡыны. Бар ауыл кешеләрен иман йортона саҡырып, ауыл өҫтөндә аҙан тауышы яңғыраны. Мәсеттең тәүге хәҙрәте вазифаһы иман юлында булған Ғәли Ҡотовҡа йөкмәтелде, үҙенең белемен камиллаштырыу менән бер рәттән намаҙға баҫырға теләүсе менән дә эшләр, тигән өмөт бар.
Яңы мәсет ҡотло булһын, халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен!

Ауыл өҫтөндә яңғыраны                       аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә яңғыраны                       аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә яңғыраны                       аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә яңғыраны                       аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә яңғыраны                       аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә яңғыраны                       аҙан тауышы
Ауыл өҫтөндә яңғыраны аҙан тауышы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: