-17 °С
Болотло
"Йома-мосолмандар өсөн үҙенсәлекле көн.
Беҙ «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөнөң тағы бер этабын тамамланыҡ – дүрт манарала бөтә төр эштәрҙе башҡарҙыҡ.
Тиҙҙән ҡыйыҡты эшләй башларға тибеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яраҡһыҙ хәлгә килгән. Бында ла беҙҙе ҙур күләмдә эштәр көтә.
Ә быйылғы төп бурыс-фасадты тышлау. Бөтә кәрәкле тикшереүҙәрҙе үтәнек, техник ҡарар бар. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Беҙгә ярҙам иткәндәргә рәхмәт.
Бөтәһенә лә тыныслыҡ һәм изгелек!"