Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Июнь 2025, 21:40

Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте

Ислам диненең иң ҙур байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйетен Юлыҡ ауылында ла ҙурлап үткәрҙеләр. Һәр ваҡыттағыса, ауылдың "Рәшит үә Мәрүә" мәсетенә кеше күп кенә килде.

Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте

Ололар ғына түгел, балалар ҙа бар ине. Йыйылыусылар алдында ауыл имам-хатибы Салауат хәҙрәт Юлыҡов байрам менән тәбрикләп, вәғәз һөйләне, ғәйет намаҙы уҡылды. Байрам уңайынан Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы исеменән эштәргә идара итеүсе Фидалия Кәримова тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Байрамға килеүселәр өсөн һәр кем үҙе менән алып килгән төрлө тәм-том һәм ризыҡтарҙан мул һыйлы табын ҡоролоп, ҡорбанға салынған иттән тәмле былау һәм аш әҙерләнде. Барыһы ла байрам кәйефе алып, рухтары таҙарынып, рәхмәтле булып таралышты.

Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас