Бөгөн барса мосолмандар Ислам динендәге иң оло байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйетен байрам итә. Был байрам ниәттәрҙең сафлығын, яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлекте кәүҙәләндерә, рухи камиллашыу һәм изге ғәмәлдәр ҡылыу осоро булып тора.Мосолман – Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә – изгелек, ғәмәлендә – игелек, күңелендә – иман нуры, тип өйрәтә динебеҙ.
Ҡорбан ғәйете көнө уңайынан Курорт ауылындағы Миннисара мәсетенә халыҡ һәр ваҡыттағыса ағылып килде. Яҡын - тирәләге ауылдарҙан, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, хатта Татарстандан килеп, шифаханала ял итеүселәр ҙә булды улар араһында. Йәнә дини байрамдарҙа йәштәрҙең, балаларҙың да теләп ҡатнашыуы бик тә шатлыҡлы күренеш. Был юлы ла күп булды улар, атай-әсәһе менән хатта биш кенә айлыҡ Камил да килгәйне.
Байрам сараһы тәҡбир әйтеүҙән башланып, артабан имам-хатип Илдар Исмаилов вәғәз һөйләне.
– Ҡорбан ғәйете беҙҙе күңел сафлығына, милләт-ара татыулыҡҡа, ер йөҙөндә Аллаһ Тәғәләнең генә бәндәһе булып йәшәргә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, хеҙмәткә, ғибәҙәткә, ата-әсәләрҙе хөрмәт итергә, етем һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә, рәхимле үә шәфҡәтле булырға өйрәтә. Киләсәктә һәр берегеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Ҡорбан байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! - тип изге теләктәрен еткерҙе Илдар хәҙрәт.
Һуңынан барыһы ла ғәйет намаҙына баҫты.
Байрам уңайынан мул табын , ҡорбан итенән тәмле былау әҙерләнде. Былау бешереүселәргә һәм табын әҙерләүсе апайҙарға килгән ҡунаҡтар ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
-Изге Ҡорбан байрамы илебеҙгә тыныслыҡ алып килһен. Һәр йортҡа, һәр ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡот, бәрәкәт, мул тормош насип итһен. Яуҙа йөрөгән һалдаттарыбыҙ имен-аман үҙ ғаиләләренә ҡайтып, тыныс тормошта йәшәһен. Изге ниәттәребеҙ, уҡыған доғаларыбыҙ ҡабул булһын, - тигән изге теләктә таралышты байрамға килеүселәр.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.