Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Март , 15:16

Ифтар сауапҡа булһын

Үтәк ауыл биләмәһендә урынлашҡан “Хәбибнәжәр” мәсетендә Рамаҙан айы дауамында күркәм итеп ифтар мәжлесе уҙғарылды. Байрам балаларҙың бәләкәй саҡтан уҡ был айҙың изге, матур һәм бәрәкәтле булыуын аңлап үҫһендәр өсөн ойошторолдо. Кеше ярайһы ғына күп булды.

Ифтар сауапҡа булһын
Ифтар сауапҡа булһын

Мосолмандарҙа ифтарға сиратлап байрам табыны әҙерләп, ураҙа тотоусыларҙы һыйлау йолаһы күптән йәшәп килә. Был үҙе бер йәмле, йылы осрашыу. Был юлы мәсеткә йөрөүсе ауылдаштар өсөн ифтар мәжлесен Үтәк ауылында йәшәүсе Әнүәр хәҙрәт Арыҫлановтың ғаиләһе, Әлфиә һәм Фәрит Кәримовтар, Ғәлиә һәм Айҙар Әмерхановтар, Рәшиҙә Әмерханова, Гүзәлиә һәм Нәжип Хафизовтар ғаиләләре үткәрҙе. Ифтар ашын ойошторған ғаиләләргә сауаптары меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
Изге айҙа ғына түгел, йылдар буйына бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйек, ғәйбәт һөйләүҙән тыйылып, намаҙға баҫайыҡ, ураҙа тотайыҡ, мәсеткә йөрөйөк. Киләһе йылдарҙа ла дини байрамдарҙа ауылдаштарыбыҙҙы теүәл килеш бөгөнгөләй мул табындар артында күрергә насип булһын! Хоҙай ризалығы өсөн үткәрелгән ифтар кисәһе ҡабул булһын!
Ирина РӘХМӘТУЛЛИНА,
Үтәк ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас