

Шуныһы һөйөнөслө, районыбыҙҙа йылдың-йылы был байрам киң билдәләнә. Иртәнге сәғәттәрҙә ауылдарҙы иманға, нурға күмеп, барыһын да байрамға саҡырып, мәсеттән аҙан тауыштары яңғырай. Һәр йортта тиерлек хужабикәләр “таба еҫен сығарайым”, тип ҡоймаҡ ҡоя, байрам табынына күстәнәстәр әҙерләй һәм ғаиләләре менән намаҙ уҡырға, вәғәз тыңларға, ғибәҙәт ҡылырға иман йорттарына ашыға.
Һәр йылдағыса, Красноусол шифаханаһы янындағы “Миннисара” мәсетенә лә халыҡ әүҙем йыйылды. Улар араһында балалар, йәштәр ҙә күп булды. Күмәкләшеп ғәйет намаҙы уҡығандан һуң, хәҙрәт Илдар Исмаилов вәғәз һөйләп, ҡорбан байрамының асылы менән таныштырҙы һәм дин ҡәрҙәштәребеҙҙе иманға өндәне.
- Ҡорбан һәм Ураҙа ғәйете намаҙҙарына бик күп дин ҡәрҙәштәребеҙҙең йыйылыуы һөйөнөслө күренеш. Шул уҡ ваҡытта көндәлек биш тапҡыр уҡыла торған фарыз намаҙы Аллаһ ҡаршыһында байрам ғәйет намаҙҙарынан күпкә ҡәҙерлерәк. Шуға күрә, йәмәғәт, һеҙҙе Аллаһы йортона ғибәҙәт ҡылырға һәр намаҙға саҡырам, ә мөмкинлегегеҙ булмаһа, йома көндө байрам намаҙына килегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте ул йыйылыусыларға.- Эш күплеккә, ваҡыт етмәүгә һылтанмайынса, мөһим булған ғибәҙәтте - намаҙҙы онотмайыҡ. Хәҙистәрҙең береһендә Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең һүҙҙәре килтерелгән: "Ысынлап та, Ҡиәмәт көнөндә беренсе булып биш ваҡыт намаҙ һораласаҡ". Ул тәртиптә булһа, башҡа ғәмәлдәрең дә тәртиптә буласаҡ. Ошо изге байрам көнөндә барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ил-көндәребеҙгә бәрәкәт теләйем.
Доғалар уҡылып, вәғәз һөйләнелгәс, байрам сараһы бай табын артында дауам итте. Барыһы ла ҡорбан итенән бешерелгән тәмле былау менән һыйланды, оҫта ҡуллы, уңған хужабикәләр әҙерләгән тәмлекәстәр менән сәй эсте.
- Салған ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын. Аллаһы Тәғәлә ғибәҙәттәребеҙ бәрәкәтендә күңелдәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә һәм бөтөн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен, - тигән изге теләктә таралышты байрамға йыйылыусылар.
Мәрхәбә Собханғолова.