Иртә таңдан уянып, әйләнә-тирәгә күҙ һалһаң, ғәжәйеп күренешкә тап булһаң - күңелгә рәхәтлек бирә.
Мағаш тауы артынан, тирә-яғын ҡыҙыллыҡҡа мансып, бөтә ғәләмгә яҡты нурҙарын һибеп, таң ҡояшы сығып ҡына килә. Тулған айҙың батып өлгөрмәгән мәле. Ә мин һоҡланып:
Ҡояш менән тулған айҙың
Баҫып торам уртаһында,
Сәләм бирәм яҡты көнгә
Таң ҡалып иртәһенә.
Изге доғалар менән
Һорайым Хоҙайымдан:
Бирсе рәхим-шәфҡәтлелек
Кешелек донъяһына.
Шундай күркәм хозурлыҡта
Юғалтмайыҡ әҙәпте.
Күкрәктәргә иман тулып
Табайыҡ шатлыҡҡа сәбәпте, - тип яңы тыуған көндө ҡаршылайым.
Эйе, ығы-зығылы тынғыһыҙ тормошта ғүмер итәбеҙ. Тауҙай бейек тормош мәшәҡәттәре эсендә ҡайнайбыҙ. Күренеп тора, рәхимһеҙ яҙмыш әҙәм балаһын төрлөсә ауырлыҡтар, бәлә-ҡазалар, фажиғә-һәләкәттәр, аяныслы ауырыуҙар менән һынай ҙа һынай. Рухһыҙлыҡ - төшөнкөлөк тә урап үтмәгән саҡтар була. Әммә, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осраһа ла, беҙ, дини тәрбиә алған олоғайып барған кешеләр, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ менән шатлыҡҡа сәбәп табып көн итергә тырышабыҙ.
Беҙҙе кескәй саҡтан кешелектең иң күркәм сифаттарын: инсафлы, тыйнаҡ, гүзәл холоҡло, әҙәпле итеп тәрбиәләнеләр.
Дин тарихы биттәрендә әйтелеүенсә, «Аллаһтың яҡшы бәндәләре ер өҫтөндә тәртип һәм түбәнселек менән йөрөрҙәр», «гүзәл холоҡло милләттәр юғары күтәрелә, әҙәптәре юғалған халыҡтар шул сәбәпле түбән төшә».
Ысынлап та, сабый саҡтан уҡ «Әҙәм оятына ҡалма», «Әҙәмдән ояла бел», «Әҙәп барҙа оят бар», «Оят-әшәке һүҙҙәр һөйләмә», «Оло кешенең һүҙен бүлмә», - тип тыйнаҡлыҡҡа өндәп кенә торҙолар.
Урам буйы - йәмәғәт урыны. Унда йөрөгәндә бигерәк тә үҙеңде әҙәпле тоторға кәрәк. Иң беренсе күҙгә ташланғаны - унда йөрөүсенең әҙәбе, иплелеге күренә. Тәрбиәһеҙ кеше урам буйынан китеп барғанда урынһыҙ тана-уын һеңгерә. Лас-лос, сарт-сорт төкөрөнә, ер ерәндереп ундай кешеләр ҙә осрай. Тәмәкесе бажлатып тәмәкеһен тартып бөтөү менен төпсөктәрен дә урамға ташлап китә. Ҡысҡырышып-баҡырышып йөрөүселәр ҙә осрап ҡуя әле.
Йәмәғәт урындарында айырыуса ярашлы итеп кейенә белеү ҙә кешенең мәҙәниәтле икәнен күрһәтеп тора. Милләтебеҙ бер ваҡытта ла әҙәпһеҙ кейенмәгән. Ҡай берәүҙәрҙең йәмәғәт транспорттарында, урам буйҙарында ярым шәрә килеш йөрөүен күреп, оялып та ҡуяһың. «Әҙәп барҙа иман бар», - тип юҡҡа ғына әйтелмәй.
Әҙәм балаһының тормош юлы еңел генә түгел. Әммә бәхеткә барыу юлы әҙәпле, иманлы кешеләргә еңелерәк бирелә, минеңсә. Тормош иркен, уңайлыҡтары ла юҡ түгел, шатлыҡҡа юл табып, иманлы тормош көтөргә генә ҡала.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.