Була бит донъяла шундай бар яҡлап та килгән кешеләр: төҫ-башы ҡойоп ҡуйған кеүек, үҙе ипле-итәғәтле, күңеле - диңгеҙҙәй киң, һөйләһә - һүҙе йәндәргә үтеп керерлек, эшләгән һәр бер эше изгелекле, игелекле һәм мәғәнәле. Минең Гөлнур туғаным ана шундай кешеләрҙең нәҡ үҙе лә инде. Стәрлетамаҡ педагогия институтын бик уңышлы тамамлап, үҙе белем алған Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә утыҙ йылдан артыҡ башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй ул. Бик күп йылдар директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булараҡ, йөҙөп, бер нимә менән дә иҫәпләшмәйенсә, балаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртты, үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытты. Районыбыҙҙа Гөлнур Әнүәр ҡыҙын белмәгән уҡытыусылар, уҡыусылар бик һирәктер. Эшенә бөтә йәне-тәне менән бирелгән һәм бик һәләтле, төрлө яҡтан килгән эрудит кеше ул минең туғаным. (Ҡыҙғанысҡа күрә, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе етәкселеге, райондың мәғариф идаралығы быны баһалап бөтмәй, минеңсә). Ә бит ул 2021 йылда “Халыҡ уҡытыусыһы” тигән онлайн конкурста ҡатнашып, районда еңеүсе булды.
Ә ата-әсәләр, ауыл халҡы, үҙенең кесе Ватаны, эшләгән мәктәбе өсөн эшләгән изгелектәре күпме?! Һанап бөтөргөһөҙ. Районда беренселәрҙән булып тиерлек, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамының төп ойоштороусыһы, әйҙәүсеһе, алып барыусыһы Гөлнур Әнүәр ҡыҙы ине. Оло ағайыбыҙ Әлтәф Әнүәр улы менән бергә Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған бик бай эстәлекле мөйөш булдырылды. Ғафури еренең арҙаҡлы шәхестәре, Ғ.Ҡунафин, М.Ғафури, В.Ҡоломбәтов һәм башҡаларҙың юбилейҙарының да төп әйҙәүсеһе, алып барыусыһы минең туғаным. "Айыҡ ауыл" проектында кес кенә ауылдар араһында Ҡыҙылъяр ауылы үткәс, Өфөлә “Торатау” Конгресс-холындағы республика сараһында ауылдың презентацияһын да Гөлнур эшләне тиһәм, яңылышмам. Ә әле йәнен бирерҙәй булып, көнөн-төнгә ялғап, Абдулла ауылы зыяратын кәртәләү өсөн комиссия составында ҙур, изгелекле эш башҡарып йөрөйҙәр. Бына ошо тиклем йәмәғәт эшенә нисек өлгөрәлер, нисек етешәлер, тип мин ҡайһы берҙә ғәжәп итәм уға. Эш кенә түгел бит, ғаиләһен ҡайғыртырға, тормош иптәше Рәзит менән балалар тәрбиәләп, кеше итергә лә, матур, тулы донъяны көтөргә лә өлгөрәләр улар, Аллаға шөкөр. Донъялары ялт итеп, гөл-сәскәләргә күмелеп, төҙөклөгө, нәзәкәтлеге менән һоҡландыра. Ана ошо бик әүҙем, зур талант эйәһе, киң күңелле, изгелекле туғаныма яҙмыш бөгөн ике "5" ле ҡуя. Бынан һуң да, туғаным, сәләмәтлегең ныҡлы, ғаиләң бәхетле һәм имен булһын, кешеләргә дан өсөн түгел, юҡ, ә һиҙҙермәйенсә, белдермәйенсә генә эшләгән изгелектәрең рәхмәттәр булып ҡайтһын, оҙон-оҙаҡ ғүмерҙәргә һиңә тик бәхеттәр генә юлдаш булһын ине.
Финзирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
мәғариф ветераны.
Ҡормантау ауылы.