Үҙеңдең тыуып үҫкән нигеҙеңдә атай-әсәйең иҫән булыу, уларҙан һуң нигеҙҙе һыуытмайынса, ҡоротмайынса, таратмайынса, нигеҙенә сүп-сар үҫтермәйенсә матурлап, яңыртып һаҡлаусы туғандарҙың булыуы, унан һуң да был нигеҙҙең йәшәйәсәгенә ышанып, шунда йәшәргә ҡалған туғандар булыу, уларҙың да дауамы булыуын мин бәхетле нигеҙ тип һанайым. Яҙмам Ҡормантауҙан Фәйзуллиндар ғаиләһе тураһында.
Сәғиҙулла бабай менән Сәлимә әбей заманында ауылда иң абруйлы парҙар булып һаналды. Өс ул, биш ҡыҙға ғүмер биреп, уларға белем алырға, тейешле, дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыштылар. Балалары яратҡан һөнәрҙәренә эйә булып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты. Тормош ҡороп, балалар үҫтереп, хәҙер үҙҙәре күптән ҡартатай, ҡартәсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын күреп йәшәйҙәр.
Ғаилә башлығының оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты сирҙән һуң был фани донъяны ташлап китеүенә лә ҡырҡ йылдан артыҡ ваҡыт уҙҙы. Тормош иптәшенең үлемен бик ауыр кисергән Сәлимә әбей ҙә, күпмелер ваҡыттан баҡыйлыҡҡа күсте. Балаларының күбеһе ҡалала төпләнеп йәшәһә лә, тыуған нигеҙҙәрен, атай йортон ташламайҙар. Инде нисәмә йылдар иртә яҙҙан, һуңғы көҙгә тиклем был йорттоң ишегенә бер ҙә йоҙаҡ эленгәне юҡ. Сөнки Сәғиҙулла балалары, ейән-ейәнсәрҙәре сиратлашып тыуған нигеҙгә ҡайтып торалар. Йыл һайын мәрхүм булған яҡындары рухына Ҡөрьән уҡыталар, ҡорбан салалар. Әлбиттә, был сараға бөтә туғандары йыйыла. Ә өй түрендә ҙур планшетҡа эшләнелгән Фәйзуллиндарҙың 8 быуын шәжәрә ағасы туғанлыҡ ептәре ныҡ булыуы тураһында һөйләй.
Хәтеремдә, Сәғиҙулла бабай үҙенән бәләкәйҙәргә уларҙы яҡын күреп, һәр саҡ "туғанҡайым" тип өндәшә ине. Әйткәндәй, был шәжәрә лә "Туғанҡайҙар" исемен йөрөтә. Һәр йылды тиерлек төҙөкләндереү эше менән мәшғүл улар. Бер нисә йыл элек йәй айҙарында ҡош-ҡорт аҫрар өсөн аҙбарҙарын яңыртһалар, профнастил менән тирә-яҡтарын уратып алдылар. Быйыл өй түбәһен яңы профнастилға алыштырҙылар. Урамға йәм биреп ултырған йорт тағы ла күркәмләнеп ҡалған кеүек то-йолдо. Ә эшләнелгән эштәр өсөн сығымды туғандар үҙ-ара тигеҙ итеп иҫәпләшәләр. Өй алды баҡсаһы төрлө сәскәләргә күмелһә, еләк-емеш, бәрәңге үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә запас ризыҡ та туплайҙар, ҡалаға ла алып китәләр. Кендек ҡаны тамған, йәшел сирәмендә тәүге тәпәй атлаған тыуған йорт нигеҙенең ҡәҙерен белеп йәшәй улар. Иманым камил, был йортта шат балалар тауышы тағын бик күп йылдар дауам итәсәк. Ә күптәргә үрнәк булып, тыуған нигеҙҙе һаҡлап, ҡоротмайынса, төҙөкләндереп тотҡан Сәғиҙулла бабай балаларына һоҡланмау мөмкин түгел.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ.
Ҡормантау ауылы.