Еҙем йылғаһының ағым көсөн файҙаланып электр энергияһы бирә башлаған ГЭС 1937 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Башта Өфөнән килгән инженерҙар төҙөлгән ҡоролманы эшләтә алмай ҡайтып китәләр. Һабай ауылынан бер ниндәй махсус белеме булмаған Йосоп Ҡужин станцияны эшләтеп ебәреүгә өлгәшә. Ул хатта Һабайҙың түбәнге осонан үрге осона тиклем урам буйлап трамвай йөрөтөргә лә хыяллана башлай. Материал туплай: “Трамвайын да үҙем эшләйем мин уның”, - тип тә ебәргән. Ләкин хыялдары тормошҡа ашмай ҡала, һуғыш башлана. Һуғышҡа тиклем ул ауылда “накомобиль” тип аталған таҡта (строчка) ярҙырғыс алдырып, ауылдаштарының өй баштарын ошо материал менән яптырырға хыялланған. Ләкин уныһы ла, һуғыш башланыу менән бәйле, тормошҡа ашмай ҡала. Һуғыш ваҡытында уны Таҡман ауылы урыҫтары: “Биреп кенә тороғоҙ”, - тип ауылдарына алып ҡайталар һәм бөтә ауылдың өй ҡыйыҡтарын ябырға етерлек “строчка” етештерәләр.
Һабай ауылында урынлашҡан электр станцияһы эреле-ваҡлы 17 ауылды электр энергияһы менән тәьмин итә. Башҡа яҡтарҙа игенде ат менән тапатып, йә булмаһа башҡа ысулдар ҡулланып һуҡтырып алһалар, Һабай ауылында иген һуҡтырғыс молотилка электр двигателе менән хәрәкәткә килтерелде. Яҙғы ташҡын быуаны йырып ебәргән саҡтар ҙа булғыланы. Ундай осраҡта яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу менән 17 ауылдан да быуа быуырға кешеләр Һабай ауылына килеп тулыр ине. Яҡын-тирә ауылдарҙан ат менән йөрөп эшләһәләр, Имәндәш, Яңы Ерек кеүек йырағыраҡ ауылдарҙан килеүселәр ҡуна ятып эшләнеләр. Кис булһа клуб тулы йәштәр гармунда уйнап йырлай, бейейҙәр, төрлө уйындар уйнайҙар ине.
Быуа быуыр өсөн тупраҡ, ҡом-балсыҡты аттарға тейәп тә, носилкалар менән дә ташынылар. Һуңынан тракторҙар күпләп етештерелә башлағас, ҡул көсөнә алмашҡа техника килде. ГЭС-тың беренсе директоры рус кешеһе ине. Беҙ – малайҙар уны “Әлексәй бабай” тип йөрөттөк. Башҡортса ла һөйләшә белә ине. Ул киткәс, Демин фамилиялы икенсе бер рус кешеһе килде. Уны иһә Фишер фамилиялы йәһүд кешеһе алыштырҙы. Унан һуң Ғәлинур Шәйбәков директор булып килде (йылдарын хәтерләмәйем). Бик егәрле, тырыш директор булып хәтерҙә ҡалған. ГЭС-ҡа ике ат, тонна ярымлыҡ йөк машинаһы, бағана ҡағыу ҡулайламаһы алдыртты, кәрәк саҡта “ДТ-75”, “С-100” тракторҙары килтертеп быуаны нығыттырҙы. Шәйбәковты Асҡын районындағы ГЭС-ҡа күсергәс, уны Әхмәтйәнов фамилиялы кеше алыштырҙы. Унан һуң оҙаҡ йылдар электромонтер булып эшләп йөрөгән Аҡташ ауылынан Фәйзрахман Дауытов директор булды. Был 1961 йыл ине. Һабай ауылынан ГЭС-та байтаҡ ҡына кеше эшләне. Бына улар: Батыргәрәй Әминев, Хәмит Ҡужин, Лотфулла Хәбибуллин, Камил Аҡкөбәков, Ғөбәйҙулла Ҡадиров һәм ошо юлдарҙың авторы – Рәсүл Басиров, 1960 йылдың сентябрь айынан 1962 йылдың авгусына тиклем эшләнем. 1962 йылдың авгусында Һабай ГЭС-ы ябылды һәм барлыҡ ҡорамалдары Ҡарағай подстанцияһына күсерелде. Юлыҡ ауылынан Мөхәмәт ағай Хәсәнов, 1962 йылда ГЭС ябылғас, эшенән китте. Ҡарағайға эшкә саҡырғайнылар, йөрөп эшләүе йыраҡ тип, баш тартты.
Некрасовка ауылынан Козлов фамилиялы (исемен онотҡанмын) кеше лә оҙаҡ ҡына йылдар эшләп йөрөнө. Аҡташ ауылынан йөрөп эшләүселәрҙән Ф.М. Дауытов, Фәрит Иҙрисов, Фәрүәз Камалов, Юрмаштан Сәмиғулла Байшөғөров эшләне. Сәмиғулла ағай оҙаҡ йылдар ГЭС-тың бухгалтеры булды.
Райондың күп кенә ауылдары халҡы кис көнө һуҡыр шәм яҡтыһында ултырһа, Һабай ГЭС-ы тирәһендәге 17 ауылда электр лампалары янды. Һабайҙа йорттар ғына түгел, төндә лә урам буйҙары яп-яҡты ине. Шуғалыр ҙа КПСС райкомының элекке беренсе секретары Кәримский ялын Һабайҙа үткәрергә булғандыр. Башҡа түрәләр кеүек Ҡара диңгеҙ, Ҡырым тип ҡыҙыҡмаған. Ул килеүгә мәктәптең бер бүлмәһен аҡлап, буяп, мебелдәр ултыртып ҡуйырҙар ине. Ул тормош иптәше менән Башҡортостандағы йомшаҡ һыулы, иң таҙа, балыҡҡа бай булған Еҙем йылғаһында һыу инеп, ауыл эргәһендәге күлдә кәмәлә йөрөп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтып китер ине. Бына ошондай хәтирәләр һаҡлай ауылыбыҙ. Был хәлдәргә байтаҡ йылдар уҙһа ла, ауылымдың гөрләп торған саҡтары хәтерҙән сыҡмай.