Бөтә яңылыҡтар
Хаттар
9 Октябрь 2025, 11:05

Ҡартлыҡты артта ҡалдырып

Оло йәштәге кешеләр көнөнә Ибраһим ауылында ла бик матур саралар уҙғарылды. Байрам “Әхмәт” мәсетендә Рәсүл хәҙрәттең Ҡөрьән уҡыуынан башланып китте. Зиннур Төхвәтуллин ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны, оло инәйҙәребеҙ Менәүәрә Исҡужина, Фәниә Ғәлиуллина нисек оҙон ғүмерле, матур булып ҡалыу серҙәре менән бүлеште. Глүзә Исҡужина, Рима Төхвәтуллина, Рәйлә Әбделмәнова тәмле былау менән һыйлап, сәй табынында изге теләктәрен еткерҙе.

Ҡартлыҡты артта ҡалдырып
Ҡартлыҡты артта ҡалдырып

Артабан байрам клубта дауам итте. Өлкән йәштәгеләрҙе ҡотларға ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова һәм депутаттар килгәйне. Байрамға матур концерт номерҙары ла әҙерләнгәйне. Миңнур Лоҡманованың матур йыры, Дәүләтша Уразгилдиндың бейеүе таң ҡалдырҙы, ә Рауил Баҡиевтың гармунда уйнауы йәш саҡтарға алып ҡайтты.

Күңел асып, ҡартлыҡты артта ҡалдырып, ҡунаҡ булып, һыйланып таралыштыҡ. Клубта шундай матур сара ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Хоҙайым һәр беребеҙгә бөтмәҫ таҙалыҡ биреп, алдағы йылдарҙы ла күрергә насип итһен.

Рима САДИҠОВА.

Ибраһим ауылы.

Ҡартлыҡты артта ҡалдырып
Ҡартлыҡты артта ҡалдырып
Ҡартлыҡты артта ҡалдырып
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас