+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
2 Июль 2023, 23:35

Юлдар имен һәм хәүефһеҙ булһын

Йылдың-йылы 3 июлдә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ЮХХДИ начальнигы, полиция майоры Альберт Миңлеғәлим улы БОРХАНОВҡа (эске эштәр органдарында дөйөм хеҙмәт стажы 22 йыл булһа, шуның 20-һе ЮХХДИ-ла, бишенсе йыл етәксе вазифаһында) мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Юлдар имен һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдар имен һәм хәүефһеҙ булһын

-Беҙҙең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә юл-дарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген, именлеген тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарына етди ҡарайҙар, тейешенсә, яуаплы башҡаралар. Дөйөм алғанда, күмәк көс менән дөйөм һөҙөмтәгә эшләйбеҙ. Беҙгә иң мөһиме – юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Ә бының өсөн даими рәүештә хәл-ваҡиғаларҙы анализлайбыҙ: юлдарҙың ҡайһы участкаһында хәл-торош “аҡһай”, йәғни авария хәүефе ҙур булған, мәҫәлән, юл-транспорт, йәйәүлеләр ҡатнашлығында авариялар йышыраҡ күҙәтелгән юл участкаларында хәлде яҡшыртыу өсөн бар көстө шунда йүнәлтәбеҙ. Профилактик эштәргә ҙур иғтибар бирелә. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары һәр ваҡыт юлдарҙа – водитель һәм йәйәүлеләр янында. Улар тарафынан балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары, шулай уҡ өлкәндәр араһында аңлатыу эштәре даими алып барыла, төрлө әңгәмәләр, профилактик саралар, операциялар уҙғарыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Уҡыусылар араһында КВН, “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурстары үткәрелә. Яңы уҡыу йылы башланғас, “Иғтибар, балалар!” акцияһы иғлан ителә.
Ә бына эскән килеш транспортҡа идара итеүселәргә ҡарата ҡануниәт ҡатыланыуға, яза бирелеүгә ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрмәй, руль артына иҫерек килеш ултырған һәм медик яҡтан ҡарауҙан баш тартҡан 82 водитель яуапҡа тарттырылды. 2013 йылға тиклем эскән килеш руль артына ултырған водитель таныҡлығынан мәхрүм ителһә, 2013 йылдан алып уға ҡатыраҡ 30 мең һум күләмендә штраф һалыу өҫтәлде. Ә 2015 йылдан РФ Енәйәт Кодексының 264-сы статьяһы 1-се бүлеге буйынса бер тапҡыр хоҡуҡ боҙоп, уны йәнә ҡабатлаған өсөн водителде таныҡлыҡтан мәхрүм итеп һәм 200 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү менән енәйәт яуаплылығына тарттырыу янай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер киҫекһеҙҙәргә бер ниндәй саралар ҙа тәьҫир итмәй. Шуға ла ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә бер-береһен алыштырып, юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә тиерлек дежурлыҡ һәм рейдтар ойошторорға тура килә. Уларға эсеп руль артына ултырған водителдәрҙе һәм балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләрен (балаларҙың хәүефһеҙлек автокреслоһыҙ йәки автобишекһеҙ) боҙоусыларҙы асыҡлау бурысы һалынған. Бындай иҫерек хәлдә руль артына ултырыу осраҡтарын иҫкәртеүгә, юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмауға һәм мөмкин тик-лем кәметеүгә йүнәлтелгән профилактик рейдтар республика буйынса үтә.
Башҡа йүнәлештәргә килгәндә, ҡаршы яҡ юл һыҙатына сығып уҙыу, тимер юл линияларын аша сығыу менән бәйле ҡағиҙәләрҙе боҙоу, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән йәки бөтөнләй таныҡлығы булмаған, йәки теркәлмәгән автотранспортҡа идара итеү осраҡтары айырыуса контролдә тотола. Һандарға килгәндә, алда һанап үтелгән йүнәлештәрҙең һуңғыһы буйынса 60 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлһә, 33 кеше водитель таныҡлығы булмайынса рулгә ултырған. Балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса – 72, ҡаршы яҡ юлға сығып, ҡағиҙә боҙоуҙың 58 осрағы теркәлгән.
Тағы ла бер нәмәгә иғтибар итергә кәрәк. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларына скутер һәм мопедтар һатып алып бирә. Бының кире яғы ла бар, күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүен дә аңламайҙар. Тап үҫмерҙәр мопед-скутерҙарҙа, ҡағиҙәләргә буйһонмай, юлдарҙа йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә хәүеф тыуҙырып, бер-береһен ҡыуып йөрөйҙәр, әүәлгесә, был ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өсөн баш бәләһе булып тора. Әлбиттә, айырым статьялар бар, мәҫәлән, двигателе 50 кубометрҙан артмаған бындай транспорт сараларына идара итеүсенең “М” категорияһына водитель таныҡлығы булыу шарт, тимәк, ул бәлиғ булған йәштә булырға тейеш. Юлдарҙа шулай уҡ велосипедта йөрөүсе балаларҙы ла йыш осратырға була. Уларға ла, законда ҡаралғанса, автомобиль юлында 14 йәшкә еткәс кенә йөрөргә мөмкин. Күңелһеҙ эҙемтәләргә, бәләгә тарымау өсөн ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Быларҙың барыһы ла юл хәрәкәте инспекторҙарының ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында.
Коллективҡа килгәндә, ул берҙәм һәм татыу, 9 кешене берләштерә. Хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарына яуаплы һәм намыҫ менән ҡарай. Йәштәр дәрәжәһе буйынса өлкән һәм тәжрибәле хеҙмәттәштәренән өлгө алып, уларҙан тәжрибә туп-лай. ЮХХДИ-ның өлкән дәүләт инспекторы, полиция капитаны Илдар Хөсәйеновтың дөйөм стажы - 26 йыл. Юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы – полиция өлкән лейтенанты Артур Әсәҙуллин, инспекторҙар – Олег Ишкин, Ринат Кинйәбаев, Алексей Локоленко, Артур Ғәйфуллин - полиция лейтенанттары. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы, полиция лейтенанты Иҙел Муллагилдин май айында эш башланы. Бүлексәлә тағы ла бер вакантлы урын бар.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ ЮХХДИ хеҙмәткәр-ҙәрен, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Хеҙмәттәренең – уң, юлдарының хәүефһеҙ булыуын, еңел булмаған, яуаплы эштәрендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт бурыстарын һәр ваҡыттағыса яуаплылыҡ менән башҡарыуҙарын теләйем. Ә водителдәргә һәм бөтөн йәйәүлеләргә, пассажирҙарға хәүефһеҙ юлдар теләйем. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ һәм ихтирамлыраҡ булайыҡ!

Юлдар имен һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдар имен һәм хәүефһеҙ булһын
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: