

Бәлиғ булмаған өс балаһын аҫрауға йәшәү минимумының 0,5 өлөшөн түләргә – Ҡалтасы районы кешеһенә ҡарата суд шундай ҡарар сығарған булған. 39 йәшлек гражданиндың балаларына бурысы 200 мең һум тирәһе тәшкил иткән. Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының Ҡалтасы районы суд приставтары бүлексәһендә алимент түләмәгән өсөн башҡарыу производствоһы асалар.
Ир кеше рәсми эшкә урынлашмаған, мөлкәте лә булмаған. Суд приставы-башҡарыусы уны бер нисә тапҡыр әңгәмәгә саҡырған, тик ир һис бушамаған. Етди сәбәпһеҙ алимент түләмәгәне өсөн ирҙе РФ КоАП-ының 5.35.1-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Суд 100 сәғәт мәжбүри эшкә йөрөргә тигән яза билдәләй. Ләкин йәмғиәт файҙаһына эшкә йөрөү ҙә йүнһеҙ атайҙың планына инмәгән имеш. Закон вәкилдәре бурыслы йәшәгән адресҡа йүнәлә.
Ишек шаҡыуға тупһала ят ир пәйҙә була. Һорашҡас, бурыслының өйҙә юҡлығы, тиҙ генә ҡайтмаясағы асыҡлана. Ят ир приставтарҙы өйгә индерә. Закон һаҡлаусыларҙы һиҙгерлек, тойомлау бер ваҡытта ла һынатмай. Әле лә суд приставы аш-һыу бүлмәһендә баҙ ишеген күреп ҡала, ә уның ярығынан бурыслы аптырап ҡарап тора. Ирҙе бүлексәгә алып киләләр, мәжбүри эш язаһын үтеүҙән ҡасып йөрөгәне өсөн суд приставы-башҡарыусы РФ КоАП-ы 20.25-се статьяһы 4-се өлөшө буйынса административ протокол төҙөй. Суд административ ҡулға алыу язаһы билдәләй.