+7 °С
Ясно
Антитеррор
Хоҡуҡ
11 Сентября , 11:14

Ни өсөн дрондарҙы фотоға төшөрөргә ярамай һәм «куратор» күрһәтмәһе нимә менән я

Йыл һайын 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был дата теракт ҡорбандарын хәтергә алыуға арналған, бер үк ваҡытта терроризм янауҙарына ҡаршы тороу өсөн дәүләт һәм йәмғиәттең берләшеүе ни тиклем мөһим булыуын иҫкә төшөрә.

Ни өсөн дрондарҙы фотоға төшөрөргә ярамай һәм «куратор» күрһәтмәһе  нимә менән яНи өсөн дрондарҙы фотоға төшөрөргә ярамай һәм «куратор» күрһәтмәһе  нимә менән я
Ни өсөн дрондарҙы фотоға төшөрөргә ярамай һәм «куратор» күрһәтмәһе нимә менән я

 

Иҫтәлекле дата тарихы

3 сентябрҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөн билдә­ләүҙең тарихы 2004 йылдың сен­тябрендә Бесланда булған фажиғәле ваҡиғаларға бәйле. Ул саҡта ҡо­рал­лы террорсылар төркөмө байрам линейкаһы ваҡытында 1-се мәктәпте баҫып ала. Меңдән ашыу кеше – уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылары аманат итеп алына. Теракт һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – 1 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар. Һәләк булыусылар араһында Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең «Альфа» Һәм «Вымпел» спецназының ун хеҙмәткәре, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Центроспас» берләшмәһенең ике хеҙмәткәре һәм ҡазаға тарыусыларҙы ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан Беслан кешеһе була. Ирҙәр балаларын яҡлап һәләк була. 800 кеше яралана. Был фажиғә буйынса тикшереү үткәргән Генераль прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, террорсылар бандаһында 32 кеше, шул иҫәптән үҙ-үҙенә ҡул һалыусы булараҡ әҙерләнгән ике ҡатын-ҡыҙ була.

Ығы-зығы кәрәкмәй, уяулыҡ кәрәк
Бөгөн, МХО барған мәлдә, террор хәүефе һиҙелерлек арта. Илдәге хәлде тотороҡһоҙландырыу, ығы-зығы тыуҙырыу өсөн дошман көстәре пилотһыҙ аппараттарҙы әүҙем ҡуллана. Уларҙың һөжүменең маҡсаты булып нефть эшкәртеү заводтары, электр станциялары, эре логистика үҙәктәре, элемтә объекттары, транспорт узелдары тора.
Башҡортостан көн һайын тиерлек пилотһыҙ осоу аппараттары һәм ракета хәүефенә дусар була. Һуңғы һөжүмдәр 27 августа кире ҡағылды: Өфө эргәһендәге ҙур логистика үҙәге БПЛА һөжүменә эләкте. Бәхеткә күрә, хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытында эвакуациялайҙар, бер кем дә ҡазаланмай. Бина бер аҙ зыян күрә. Дрондарҙың иң ҙур һөжүме 16 августа теркәлгән: төбәккә 20-нән ашыу пилотһыҙ аппарат һөжүм иткән. Уларҙың 16-һын Салауатта бәреп төшөрәләр, ҡалғандарының маҡсаты Шишмә районындағы логистика үҙәге була. Шул саҡта ике кеше яралана.
Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменә бәйле, республика халҡын дрондарҙы фотоға һәм видеоға төшөрөү, уларҙы ҡайҙалыр баҫтырыу ҡәтғи тыйылыу тураһында иҫкәртә. Осоп барған мәлен дә, ҡолау урынын да, һауа оборонаһы эшмәкәрлеген дә төшөрөргә ярамай. Был материалдар дошман өсөн ҡиммәтле мәғлүмәт булғанлыҡтан, ул һөжүм координаталарын билдәләргә, һөжүмдәрҙең һөҙөмтәлелеген баһаларға һәм яңы, анығыраҡ һөжүмдәр планлаштырырға булышлыҡ итә. Тыйыуҙы боҙған өсөн штраф 3 мең һумдан башлана. Әгәр кадрҙарға хәрби объекттар эләкһә, был осраҡта енәйәт яуаплылығы ҡаралған, ә ул аныҡ яза менән янай.
Террорсылар рәтенә нисек йәлеп итәләр
Террорсылар ауына өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә эләгә. Кемгәлер аҡса вәғәҙә итәләр, кемделер ҡурҡыталар, полиция һәм ФСБ хеҙмәткәрҙәре битлеге аҫтында эш итеп, енәйәт ҡылырға мәжбүр итәләр. Кемдер үҙенең инаныуҙары арҡаһында, тайғаҡ юлға баҫа. Былтыр хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре Мораҡ ауылынан 18 йәшлек егеткә иҫкәртеү яһаған. Ул «Башҡорт ротаһы» (Рәсәйҙә террористик ойошма тип танылған һәм тыйылған) хәрбиләштерелгән милләтселек берекмәһенең телеграм-каналына яҙылған. Анкета тултырғас, йәш кеше дошман яғында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу өсөн Украинаға китергә ниәтләүен белдерә. Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре уға бындай аҙымдың ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы хаҡында һөйләне.
Быйылғы йыл башында тәфтишселәр 16 йәшлек үҫмергә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты (Енәйәт кодексының терроризмға бәйле өс статьяһы буйынса). Егетте интернет аша Рәсәйҙә тыйылған халыҡ-ара террор ойошмаһы сафына алалар. Кураторҙың күрһәтмәһе буйынса ул агитация алып бара һәм тиҫтерҙәрен әлеге ауға йәлеп итә. Шулай уҡ ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс яһап, Өфөнөң православие сиркәүҙәренең береһендә теракт яһарға ниәтләй. Ҡулға алынған саҡта уның йортонда экстремизмға ҡағылышлы әҙәбиәт, тыйылған ойошма символикаһы, шартлатҡыстар эшләү һәм теракттар башҡарыу буйынса видеокүрһәтмәләр табыла. Быларҙың барыһын да кураторы биргән. Егеткә ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителеү янай.
Июнь айында суд 50 йәшлек ирҙе һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Оперативниктар асыҡлауынса, ир ТГ-канал аша таныш булмаған кеше менән бәйләнешкә инә, тегеһе уға кәрәҙле элемтә объектын яндырыу бурысын ҡуя. Ир бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып, ҡушылғанды башҡара, әммә, бер нигә ҡарамаҫтан, объект имен ҡала. Хәҙер ут төртөүсегә «Диверсия» статьяһы буйынса 20 йылға тиклем төрмә янай.
Яза ҡотолғоһоҙ
Үҙ ҡылығы өсөн Стәрлетамаҡта йәшәгән 41 йәшлек ҡатынға ла яуап бирергә тура киләсәк. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, радикаль ислам динен тотҡан ҡатын 2014 йылда Сүриәгә киткән һәм законһыҙ ҡораллы берләшмәләрҙең береһенә ҡушылған. Бер нисә йыл дауамында ул боевиктарҙы хеҙмәтләндерә, ошо уҡ мәлдә ҡорал һәм шартлатҡыстар менән эш итергә өйрәнә. Банданы юҡ иткәндән һуң, ҡатынды Төркиәгә ебәрәләр, ә унан Рәсәйгә депортациялайҙар. Рәсәй территорияһында тыйылған халыҡ-ара террористик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашҡаны өсөн ул суд ҡарары буйынса 13 йыл дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында буласаҡ һәм 400 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.

ЦИТАТА
Радий Хәбиров, Башҡортостан Рес­пуб­ли­каһы Башлығы:
«Беҙҙең өсөн айырыуса мөһим бурыс – республикала, айырыуса йәштәр мөхитендә һәм социаль селтәрҙәрҙә, экстремизм һәм терроризм күренештәрен иҫкәртеү, деструктив мәғлүмәт материалдарының таралыуына юл ҡуймау».

Рәсәй Именлек хеҙмәте мөрәжәғәтенән:

«Йәнә бер тапҡыр граждандарҙың иғтибарын Украинаның махсус хеҙмәттәре тарафынан интернет киңлегендә, социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа террор ғәмәл­дә­рен һәм диверсияларҙы башҡа­рыусыларҙы, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙы, илебеҙгә зыян килтереү маҡсатында эҙләү әүҙемлеге кәмемәүенә йүнәлтәбеҙ. Дошманға ярҙам итергә ризалыҡ биргән граждандарҙың шәхесе асыҡлана һәм улар енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Был осраҡта ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүгә тиклем яза күҙ уңында тотола».

 

Ни өсөн дрондарҙы фотоға төшөрөргә ярамай һәм «куратор» күрһәтмәһе  нимә менән я
Ни өсөн дрондарҙы фотоға төшөрөргә ярамай һәм «куратор» күрһәтмәһе нимә менән я
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас