+14 °С
Болотло
Өр-яңы автобус Красноусолдағы 3-сө мәктәпкә лә бүленде. Автобус асҡысын мәктәп директоры А.С.Рудкевичҡа Өфөлә “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы
Радий Хәбиров үҙе тапшырған.
Мәктәп директоры Андрей Сергеевич әйтеүенсә, быға тиклем мәктәптең үҙ автобусы булмаған. Хәҙер мәктәпкә Һабантуй, Сахалин биҫтәләренән йөрөп уҡыусы 54 баланы көнөнә 3 тапҡыр – иртән, төш һәм кис йөрөтәсәктәр.
Заманса йыһазландырылған 20 кешегә иҫәпләнгән “Газель Next” автобусын тәжрибәле водитель Кәшәфетдин Миңлеғәле улы Зәйнуллинға ышанып тапшырғандар. Хәҙер үҙ транспортыбыҙ булғас, ярыш, конкурстарға, олимпиадаларға ла йөрөү ҙә артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаясаҡ, тип шатлығы менән уртаҡлашты мәктәп директоры.