+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Май 2022, 13:25

Тәртип башы - тәрбиә

1 сентябрҙән республиканың бар мәктәптәрендә директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе буласаҡ.

Тәртип башы - тәрбиә
Тәртип башы - тәрбиә

Әлеге ваҡытта был вазифаға ғаризалар алыу бара. 1,4 мең вакансияға 1800 ғариза биргәндәр ҙә инде. Кәңәшсенең 35 йәштән өлкән булыуы хуплана, балалар менән уртаҡ тел таба белеүе, әүҙемлеге, лидерлыҡ сифаттары булыуы мөһим.

Кандидаттарҙы 2 этапта һайлайҙар – заочно – портфолио ҡарап, очно - әңгәмә уҙғарып.

Эш хаҡы ике өлөштән – педагогик ставка 16500 һум (ҡалала) һәм 18000 (ауылда) һәм 15000 һум федераль өҫтәмәнән торасаҡ.

1000 ашыу бала уҡыған мәктәптәрҙә 2 кәңәшсе ставкаһы , аҙ комплектлы мәктәптәрҙә – 0,5 ставка ҡаралған.

Кәңәшселәр ҡағыҙ отчеттары һәм башҡа административ йөкләмәләрҙән азат ителә, уларға порталға фото һәм видео һалыу ҙа етә.

Тәртип башы - тәрбиә
Тәртип башы - тәрбиә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: