+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Октябрь 2023, 11:05

“Мәктәп туризмы” үҫешә

Быйыл Башҡортостанда 28,5 мең уҡыусы “мәктәп туризмы” проекты буйынса сәйәхәт иткән.

“Мәктәп туризмы” үҫешә
“Мәктәп туризмы” үҫешә

Сәйәхәттәр 2023 йылдың апрель айында башланды. “туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә сәйәхәттәрҙе ойоштороуға 196,2 млн һум аҡса бүленгән. Төбәк бюджеты 78,5 млн тәшкил иткән. Республикала икенсе йыл бойоймға ашырылған проект 5-9 класс уҡыусыларына башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлек бирә. Йәш туристар өсөн тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡылар, иҫтәлекле урындар буйлап фәһемле, ҡыҙыҡлы маршруттар эшләнгән, оҫталыҡ дәрестәре, спорт саралары ҡаралған. Сәйәхәттәр уҡыусыларға тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшыраҡ белеү менән бергә илһөйәрлек тәрбиәләй.

Уңайлы һәм ҡыҙыҡҡлы сәйәхәттәрҙе балаларға тәжрибәле туроператорҙар ойойштора. 2 көнгә тиклемге ҡыҫҡа сәйәхәттәр ваҡытында экскурсияларҙы һәм ҡунаҡханаларҙы ата-әсәләр үҙҙәре лә һайлай ала.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” миллипроекты рәсәй буйынса сәйәхәттәр һанын 2030 йылға 140 млн-ға тиклем еткерергә күҙаллай. Ил президенты Владимир Путин башланғысындағы милли проекты 2019 йылда бойомға ашырыла башлаған.

“Мәктәп туризмы” үҫешә
“Мәктәп туризмы” үҫешә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: