+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Февраль , 16:40

Лайыҡлылар еңеү яуланы

1 февралдә район мәҙәниәт һарайында “Йыл уҡытыусыһы-2024”, “Йыл мәктәпкәсә белем биреү педагогы-2024” район конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. “Йыл уҡытыусыһы-2024” конкурсының абсолют еңеүсеһе булып Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зилә Риф ҡыҙы Яглыкара танылды.

Лайыҡлылар еңеү яуланы
Лайыҡлылар еңеү яуланы

Еңеүсе мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы һәм район башлығының 75 мең һумлыҡ сертификаты, иҫтәлекле “Өкө” сувениры менән бүләкләнде. Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Татьяна Александровна Баранова “Йыл мәктәпкәсә белем биреү педагогы-2024”, Игенйылға мәктәбенең математика уҡытыусыһы Наталья Андреевна Блазуцкая “Йәш йыл уҡытыусыһы-2024” номинацияларына һәм 50-шәр мең һумлыҡ сертификаттарға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

И.ӘЛИБАЕВА.

Лайыҡлылар еңеү яуланы
Лайыҡлылар еңеү яуланы
Лайыҡлылар еңеү яуланы
Лайыҡлылар еңеү яуланы
Лайыҡлылар еңеү яуланы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: