+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Март , 17:10

Гимназияла йәрминкә үтте

Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында иң оҙон уҡыу сиреге тамамланып, яҙғы каникул башланыр алдынан йылдың-йылы йәрминкә уҙғарылып килә. Бында уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр менән бергә атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнаша. Бында йыйылған килем менән класс фондын да тулыландыралар.

Гимназияла йәрминкә үтте
Гимназияла йәрминкә үтте

Был юлы йәрминкә башланырҙан алда атай-әсәйҙәр йыйылышы ла уҙғарылды. Унда янғын хәүефһеҙлеге тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы белгесе Андрей Игорович һөйләп, һәр өйҙә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамал булыуы мөһим, тине һәм ошоға бәйле миҫалдар ҙа килтерҙе. Полиция хеҙмәткәре Зөбәйҙә Зыя ҡыҙы иң беренсе сиратта ата-әсәләрҙе мутлашыусыларҙан һаҡ булырға саҡырҙы һәм уларҙың тоҙағына эләккән кешеләр хаҡында ентекле аңлатып үтте. Ул һүҙен дауам итеп, эске эштәр бүлегенә эшкә килергә теләүселәргә, йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү һәм башҡа мөмкинлектәр хаҡында бәйән итте.

Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы дөйөм сығыш яһап,   тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса  гимназияла Рим Әнүәр улы дәрестән тыш та һәр саҡ аңлатыу эше алып барыуын, балаларҙы иҫкәртеп тороу бер ваҡытта ла артыҡ булмауын билдәләне. Шулай уҡ уҡыусыларҙың туҡланыуы, уҡыуы тураһында һөйләп, балаларҙы алама ғәҙәттәрҙән һаҡлау өсөн атай-әсәйҙәрҙе лә иғтибарлы булырға саҡырҙы, каникулдың матур һәм файҙалы үтеүен теләне.

Йыйылыштан сығыуға гимназияның беренсе һәм икенсе ҡаттағы коридорҙары гөр килеп тора ине инде. Бында һығылып торған өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ?! Йәнең теләгән бар ризыҡты ла табырға була ине. “Татлы мамыҡ”, туңдырманы бәләкәйҙәр яратып алды. Шулай уҡ ҡул эштәре, гөлдәр, миндек, йыуғыс һәм башҡа күп-күп әйберҙәр яңы хужалар ҡулына ятты.

Гимназиялағы йәрминкәнән күптәр үҙҙәренә аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ алып ҡайтты, ә һатыусылар аҡса эшләне. Балалар ҙа нисек аҡса эшләп булыуын, ниндәй кәсеп үтемле икәнен күңел түрҙәренә һалып ҡуйҙы. Быға ла ваҡытында өйрәнеү кәрәк бит. Гимназияның был эшен хупларға ғына ҡала.

Гимназияла йәрминкә үтте
Гимназияла йәрминкә үтте
Гимназияла йәрминкә үтте
Гимназияла йәрминкә үтте
Гимназияла йәрминкә үтте
Гимназияла йәрминкә үтте
Гимназияла йәрминкә үтте
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: