+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Март , 11:00

Ғафуриҙар – иң көслөләр иҫәбендә!

Кисә, 27 мартта, Иглин районында район үҙәгенең Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында БР мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Сәләмәтлек» спартакиадаһы сиктәрендә зона ярыштары үтте.

Ғафуриҙар – иң көслөләр иҫәбендә!
Ғафуриҙар – иң көслөләр иҫәбендә!

Ярыштарҙа Архангел, Ауырғазы, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Нуриман райондарынан алты команда ҡатнашты.

 

Спартакиада сиктәрендә ҡатнашыусылар, бөтә оҫталыҡтарын күрһәтеп, өҫтәл теннисы, йөҙөү, электрон мылтыҡтан атыу һәм шахмат кеүек спорт төрҙәрендә ярышты.

 

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса мәрәйҙәр иҫәпләнгәндән һуң, иң яҡшы командалар билдәләнә һәм тантаналы рәүештә бүләкләнә.

 

Ғафуриҙар йәнә иң көслөләр иҫәбенә инде. Улар Ауырғазы районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренән ҡалышып, икенсе урынды яуланы һәм өсөнсө урынға турнир хужаларын - Иглин районы командаһын ҡалдырҙы.

 

Яҡташтарыбыҙҙы лайыҡлы ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!

Ғафуриҙар – иң көслөләр иҫәбендә!
Ғафуриҙар – иң көслөләр иҫәбендә!
Ғафуриҙар – иң көслөләр иҫәбендә!
Ғафуриҙар – иң көслөләр иҫәбендә!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: