+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Апрель , 15:05

Каникулда Йәш инспекторҙар форумында ҡатнаштыҡ

29 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары – хәрәкәттә” республика форумы уҙғарылып, унда  республикабыҙҙың барлыҡ ҡалалары һәм райондарының йәш юл хәрәкәте инспекторҙары менән бергә беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.

Каникулда Йәш инспекторҙар форумында ҡатнаштыҡ
Каникулда Йәш инспекторҙар форумында ҡатнаштыҡ

Унда Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 7 “А” Шайморатов класының бер төркөм уҡыусылары – Самира Әбделмәнова, Динара Латипова, Асҡар Сабитов, Радмир Ғәзизов,  Яңғыҙҡайын мәктәбенән – уҡытыусы Наил Рәшит улы Ғәлекәйев уҡыусыһы Артур Шәмсетдинов менән, юл хәрәкәте инспекторы Иҙел Радик улы Дәүләтбаев, мәғариф бүлеге методисы Альбина Булат ҡыҙы Басирова ошо ҙур форматта үткәрелгән форумда булып, һәйбәт тәьҫораттар алып ҡайтты.

Уҡыусылар конгресс-холға килеп инеү менән уның һоҡланғыс залына таң ҡалды. Был сараны ойоштороусылар беҙгә буласаҡ форумдың программаһын тапшырып, кемгә ҡайҙа ҡатнашырға йүнәлтмә бирҙе. Форумдың киң программаһына пленар ултырыш һәм бер нисә интерактив майҙансыҡ: «Мин юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һүрәтләйем», «ЮИД һөйләй һәм күрһәтә», «Хәүефһеҙлек мәктәбе» һәм башҡа ижади эштәр күргәҙмәһе күрһәтелгәйне. Бынан тыш оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторолғайны. Форумды тантаналы асыуҙа иң яҡшы ГИБДД-ның инспекторҙарын һәм педагог-новаторҙарҙы бүләкләү ҙә булды. Шулай уҡ, башҡалар фәһем алһын өсөн, юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар ҙа саҡырылғайны был сараға. Альбина Булат ҡыҙы менән минең үҙемә пленар ултырышта ҡатнашырға тура килде. Ә уҡыусылар төрлө майҙансыҡтарҙа, квиз-уйындарҙа булып, үҙҙәренә мөһим мәғлүмәттәр тупланылар. Уларға йәш инспекторҙарҙың концерт сығышы ла ныҡ оҡшаған.

Форум программаһы бай hәм мауыҡтырғыс ине. Балалар бында юл хәүефһеҙлеге буйынса һүрәт күргәҙмәһен ҡыҙыҡһынып ҡараны, күңел асты, башҡа ҡатнашыусыларҙың тәжрибәһен дә үҙләштерҙе. “Юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итeргә ярҙам иткән Йәш юлсылар хәрәкәтен мәктәптәрҙә булдырыу шарт, сөнки,  үткәрелгән профилактик эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Юлдарҙа балалар менән булған бәхетһеҙлек осраҡтарының дөйөм дәрәжәһен кәметеүгә ирешелә. Юл хәүефһеҙлен кәметеү йәһәтенән йәш юл инспекторҙар менән эште бергәләп дауам итергә кәрәк, - тине ултырышта был сараны ойоштороусылар сығыш яһап. Дөйөм алғанда был форум иҫтә ҡалырлыҡ, файҙалы үтте.

Луиза ИШБУЛДИНА,

Нияз Мәжитов исемендәге КБГИ-ның 7 “А” класы тәрбиәсеһе.

Каникулда Йәш инспекторҙар форумында ҡатнаштыҡ
Каникулда Йәш инспекторҙар форумында ҡатнаштыҡ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: