+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май , 15:40

“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар

19 Май – Рәсәйҙә Пионерия көнө булып тора. Был көн 1922 йылдың 19 майында барлыҡҡа килгән һәм ул, моғайын, һәр кешенең хәтерендә йылы хәтирәләр булып һаҡланалыр. Йома көнө матур итеп кейенгән, йөҙҙәре ҡояш кеүек балҡып торған 4-се класс уҡыусыларының үҙҙәрен ғорур тотоп, төркөм булып теҙелеп Мәжит Ғафури исемендәге майҙанға табан атлауҙары матур күренеш булып торҙо. Бында Пионерия көнөнә Балалар ижады үҙәге тарафынан күркәм сара уҙғарылды. Ошо үҙәктә шөғөлләнеүсе балаларҙың берҙәм барабан һуғыуҙары һәр кемде берҙәмлеккә, сафҡа әйҙәп торҙо.

“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар

Тантаналы сарала район хакимиәтенең социаль эштәр һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире Эльвира Сабирова, район хакимиәтенең социаль эштәр һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге белгесе Олеся Мәжитова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Кинйәбаев, РФ-ның почетлы хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт һәм пионерҙар хәрәкәте ветераны Ольга Григорьева, мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлия Судовикова һәм башҡалар ҡатнашты.

Майҙанда уҡыусылар тигеҙ сафтарға теҙелеп баҫҡас, отряд командирҙары “Алтын бал ҡорто” район балалар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ольга Безовчукка рапорт биргәндән һуң, сара асыҡ тип иғлан ителеп,  “Башҡортостан пионерҙары” байрағы индерелде. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны. Һәр ваҡыттағыса пионерҙар сафына кергән уҡыусылар изге эштәр йолаһын дауами итергә, пионерҙар ойошмаһы ҡағиҙәләрен үтәргә, кешеләргә шатлыҡ килтереп, файҙалы йәшәргә "Һәр ваҡыт әҙер!" тип ант бирҙеләр. Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары сығыш яһап, уҡыусыларҙы пионер исеменә тап төшөрмәй, һәйбәт уҡырға, һәр эштә лә алдынғы булырға саҡырҙылар. Уҡыусылар пионерияға ҡағылышлы мауыҡтырғыс шиғырҙар һөйләне.

Йәш пионерҙарға галстукты ҡунаҡтар, ошо сарала ҡатнашыусылар бәйләне. Муйындарына галстук бәйләгән пионерҙар Геройҙар аллеяһындағы Билдәһеҙ һалдат, сик һаҡсылары стеллаһына, яугир-афғансылар, десантсылар һәйкәленә сәскәләр һалды һәм беҙҙең тыныслыҡ, бәхет өсөн көрәшкән батырҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Байраҡты сығарғандан һуң, тантаналы сара тамамланып, галстук бәйләгән йәш пионерҙар үҙҙәрен ғорур тотоп, шат йылмайып таралышты. “Башҡортостан пионеры” сафына баҫҡан уҡыусыларҙы ҡотлайбыҙ.

 

“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
“Башҡортостан пионеры” сафына баҫтылар
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: