Тап шундай сифаттарға эйә шәхес тураһында яҙмам. Ул – Н.Х.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, “Йыл уҡытыусыһы-2010” һөнәри бәйге еңеүсеһе - Әнисә Фәрит ҡыҙы Сурағолова. Еҙем буйында уйнап, Мағаш тауынан көс алған, Юлыҡ ауылында үҫкән ҡыҙ, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Һөнәренә тоғро ҡалып, әлеге ваҡытта ул 43 йыл эш стажына эйә. Был ғүмер, уйлап ҡараһаң, күп тә һымаҡ, әҙ ҙә һымаҡ. Дәфтәр тикшереү, көн дә дәрес пландары төҙөү, концерттарға әҙерлек, йыйылыштар кеүек һанап бөткөһөҙ эштәр, ҡайтһаң, өйҙә донъя мәшәҡәттәренә сумаһың.
Ошо арала 30 йыл буйы башланғыс кластар буйынса методик берекмәне етәкләүсе, Берҙәм дәүләт имтихандары ойоштороусыһы ла, мәктәп янындағы көндөҙгө лагерь етәксеһе, төрлө конкурс, олимпиада, фәнни-практик конференцияларҙа жюри ағзаһы булып тороусы ла ул Әнисә Фәрит ҡыҙы. “Һөнәремде яратам. Балалар төрлө яҡтан һәләтле, уларҙы асырға, үҫтерергә генә кәрәк, мин уларҙы хәҙерге ҡатмарлы тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа өндәйем”, - ти алдынғы ҡарашлы уҡытыусы.
Эйе, яҡшы уҡытыусы үҙ уҡыусыһының бәләкәй генә уңышын да күрә, хуплай, һәр саҡ ярҙам итә, үҫергә, камиллашырға мөмкинлектәр тыуҙыра. Уҡытыусының хеҙмәтен бизмәндәргә һалып үлсәп булмай шул. Уның эшенә иң ҙур баһа – уның уҡыусылары, уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары. Әнисә Фәрит ҡыҙын уҡыусылары онотмай, хәлен белеп торалар, бүләктәр тотоп киләләр. Бөгөнгө көндә лә Әнисә Фәрит ҡыҙы арымай-талмай эшләп йөрөй, инглиз теленән балаларға белем бирә. Әйткәндәй, хәҙер инде ул уҡыусыларының балаларын уҡыта.
Буш ваҡытында ла тик тормай ул. Күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашырға ваҡыт таба. Уның баҡсаһында емеш-еләк ауылда иң алдан өлгөрә, сәскәләрҙең ниндәйен генә үҫтермәй! Барыһынан да балаларына өлөш сығара, бөтәһен дә улар менән бүлешә йомарт хужабикә. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, аҡыллы, оҫта кәңәштәрен бирә, шуға ла мин уны үрнәк алырлыҡ шәхес тип ата-йым. Бына ошондай егәрле, табандарынан осҡон сәсрәтеп, йүгерә-атлай донъя көткән, тормошто яратҡан, балаларым, уҡыусыларым, тип йән атҡан уҡытыусы ул. Беҙ уның кәңәштәренә таянабыҙ, йәшәү рәүешенән, ҡылыҡтарынан үрнәк алабыҙ. Һеҙгә ғүмерегеҙгә етерлек һаулыҡ, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә һөйөнөп, Маҙһар ағай менән бәхетле, тиң ғүмер кисерергә яҙһын.
Нәүфилә АҠКӨБӘКОВА,
башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе.