+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Май , 19:50

Көмөш тауыш тынмай, йөрәктәрҙә сыңлай...

Бөгөн районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарында шаулап-гөрләп “Һуңғы ҡыңғырау” тантаналары үтте. Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 11-се класын – 4 (класс етәкселәре – Резеда Миниәхмәт ҡыҙы Рәхимова), 9-сыны 25 уҡыусы (класс етәкселәре – Зилә Ҡыяметдин ҡыҙы Сәйфуллина) тамамлай. ... “Һуңғы ҡыңғырау”байрамы үтәсәк мәктәп алдындағы майҙансыҡ бөгөн айырыуса күркәм, тантаналы төҫ алғайны.

Көмөш тауыш тынмай, йөрәктәрҙә сыңлай...
Көмөш тауыш тынмай, йөрәктәрҙә сыңлай...

Байрамса кейенгән, ҡулдарына сағыу шарҙар тотҡан сығарылыш класс уҡыусыларын тантанаға йыйылған уҡыусылар, уҡытыусылар, ветеран-уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар, ауыл халҡы алҡышлап ҡаршы алды. Уҡыу алдынғылары Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғырауы аҫтында дәүләт флагтарын күтәргәндән һуң, мәктәп директоры Зөһрә Хәйрулла ҡыҙы Хәйруллина барыһын да байрам менән ҡотлап, сығарылыш класс уҡыусыларына аҡ юл теләне, район буйынса олимпиада еңеүсеһе Яҙгөл Мурзинаға район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.

Был көн бүләкләүҙәргә, ҡотлауҙарға ифрат бай булды. Уҡыуҙағы, йәмәғәт эштәрендәге һәм спорттағы ҡаҙаныштары өсөн 11-се класс уҡыусыһы Наҙгөл Рәхимова һәм 9-сы класс уҡыусыһы Яҙгөл Мурзина район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн башҡорт теле уҡытыусыһы Зилә Хөрмәт ҡыҙы Иҙрисова, секретарь Фирҙәүсә Миниәхмәт ҡыҙы Аҫылбаева район Советының, инглиз теле уҡытыусыһы Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизова район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, “Табын” район гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева, ун беренселәрҙең беренсе уҡытыусыһы Инера Таиф ҡыҙы Сираева, бынан 50 йыл элек ошо мәктәпте тамамлаған сығарылыш класс уҡыусылары балаларға изге юл теләп сығыш яһанылар.

Өфө ҡалаһынан ҡайтҡан Ләйсән Миниәхмәт ҡыҙы Хәсәнова Сәйетбаба мәктәбендә оҙаҡ йылдар балаларға белем һәм тәрбиә биргән хөрмәтле уҡытыусы, әсәһе Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы Хәсәнова исемендәге премияны уҡыу йылын уңышлы тамамлаған 20 уҡыусыға тапшырҙы. Мөғәллимдәр династияһын дауам итеп уҡытыусы булып уңышлы эшләп йөрөгән Ләйсән һәм Резеда Миниәхмәт ҡыҙҙарының был матур башланғысына “Афарин!” тиергә генә ҡала!

Сығарылыш класс уҡыусылары үҙҙәренә белем һәм тәрбиә биргән класс етәкселәренә, уҡытыусыларына һәм атай-әсәйҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, матур йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Бөгөнгө көн улар өсөн шатлыҡлы ла, һағышлы ла, ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ байрам булды...

Мәктәпте тамамлаусы апай-ағайҙарын “беренсе”ләр ҙә ихлас ҡотланы - һәр береһенә арнап шиғыр һөйләнеләр, йыр ҙа бағышланылар, матур теләктәр яҙылған ҡағыҙ самолеттар тапшырҙылар. Ун беренселәр ҙә бәләкәстәргә бүләк бирҙеләр.

Сығарылыш класс уҡыусылары башҡарыуындағы вальс байрамдың матур биҙәге булды.

Бына, ниһайәт, барыһы ла тулҡынланып көткән мәл етте – һуңғы ҡыңғырауҙы уҡыу алдынғылары  11-се кластан Наҙгөл Рәхимова һәм 1-се кластан Ғилемдар Фәйзуллин яңғыратты.

Көмөш тауыш тынмай,

Йөрәктәрҙә сыңлай,

 Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау.

Яҡты юлдар теләп,

Матурлыҡҡа өндәп,

 Һаубуллаша көмөш ҡыңғырау.

“Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһын Илһам Рәхимов менән Яҙгөл Мурзина матур итеп алып барҙы. Байрамдан һуң сығарылыш класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары обелискыһына сәскәләр һалырға юлланды.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: