-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Июль , 09:55

Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу булды

11 июндә “Агрокластар” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәткәрҙәре Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең йәйге лагерында уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.

Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу булды
Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу булды

Агротехнология һәм урман хужалығы факультеты преподавателе Юлия Ғәниева балаларға ялан һәм баҡса сәскәләренән матур композициялар төҙөү серҙәрен аңлатты, ландшафт дизайны нескәлектәре менән таныштырҙы. Балалар Юлия Алексеевнаны ҡыҙыҡһынып тыңланы, ялан сәскәләренән төрлө композициялар төҙөргә өйрәнде һәм һәр береһе күңеленә оҡшағанса гөлләмә йыйҙы.
Шулай уҡ ветеринария буйынса оҫталыҡ дәресе лә мауыҡтырғыс булды. Биотехнология һәм ветеринария медицинаһы факультеты преподавателе Илдар Ғәтиәтуллин ҡабул итеү ваҡытында кроликты нисек ҡарауҙарын күрһәтеп, беренсе сиратта нимәләргә иғтибар итергә кәрәклеген аңлатты. Ҡыҙыҡһыныусылар кроликтың йөрәк тибешен тыңланы, пульсын тикшереп, температураһын да үлсәп ҡараны. Шулай уҡ төрлө хайуандар муляждарында яраны тегеү, тәүге ярҙам күрһәтеү үҙенсәлектәре менән дә танышты.
Илдар Рәфис улы ла балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар хайуандар тормошона бәйле төрлө һорауҙар бирҙе, ветеринар табип һөнәренең нескәлектәренә төшөндө.
Мәктәптәрҙә бындай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәктер, сөнки тап ошондай осрашыуҙар балаларҙа тәбиғәткә һөйөү уята, һөнәр һайлауҙа ла мөһим роль уйнаясаҡ.
Мәрхәбә Собханғолова.

Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу булды
Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу булды
Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу булды
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: