М.Ғафуриҙың тыуған көнө уңайынан тантаналы митингыла Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, хакимиәт, мәҙәниәт бүлеге, китапхана хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, уҡыусылар, битараф булмаған ауыл халҡы һәм ра-
йон ҡунаҡтары ҡатнашты. Сара Ғафури районы гимнын (М.Ғафури һәм Ф.Ғәлин һүҙҙәре, Р.Ғимрани көйө) менән башланып китте. Алып барыусы Фәрүәз Урманшин шағирҙың тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырып үткәндән һуң, һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе. Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, район хакимиәте башлығы, Ғафури районы күренекле яҙыусы, шағир, драматург, башҡорт әҙәбиәтенең танылған классигы Мәжит Ғафури исемен ғорур йөрөтә, уның ижады башҡорт халҡының тормошо, туған теле һәм милли мәҙәниәт үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән, тип билдәләне.
- Бөгөн беҙ яҡташыбыҙ Мәжит Ғафуриҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн йыйылдыҡ. Ул халҡыбыҙ тормошо хаҡында ишетеп кенә белмәне, нимә хаҡында яҙһа ла, ихлас булды, - тине Фәнзил Фәйез улы. - Уның ижады барыбыҙ өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Бөгөнгө көндә төп бурысыбыҙ – үҫеп килгән быуынға уның тураһында һөйләү. Балалар халҡыбыҙҙың төрлө өлкәләргә ҙур өлөш индергән лайыҡлы кешеләре тураһында белергә тейеш.
Фаил Зәйнетдинов үҙ сығышында митингыла ҡатнашыусыларҙың барыһын да район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы исеменән сәләмләп, ул бала сағында Еҙем-Ҡаран ауылындағы М.Ғафури музейына йыш йөрөүен, яҡташының әҫәрҙәрен һоҡланып һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыуын иҫенә төшөрҙө.
- Бөтә башҡорт халҡы бөйөк яҙыусыбыҙ, шағир һәм драматург Мәжит Ғафуриҙы хөрмәт итә һәм хәтерләй. Уның әҫәрҙәре Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең алтын фондын тәшкил итә, – тип билдәләне Фаил Һәҙиәт улы. - Халыҡ шағирының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған һәр сара, яңылыҡ - ул ҙур ҡаҙаныш. Уның исемен, әҫәрҙәрен йәш, үҫеп килгән быуын да белергә, уҡырға, хәтерләргә тейеш.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры һәйкәленә сәскәләр һалды. Шағир иҫтәлегенә был көндө башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙар яңғыраны. Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре шиғри флешмоб ойошторҙо.
Билдәләп үтергә кәрәк, һуңғы 5 йылда республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен, атап әйткәндә, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса төрлө сараларға дәүләт ярҙамы бермә-бер артты.
Ысынлап та, Башҡортостан етәкселеге башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүҙә эҙмә-эҙлекле эш алып бара, башҡорт телен популярлаштырыуға һәм цифрлаштырыуға йүнәлеш тота. Быға башҡорт телен ихлас яратҡан кешеләрҙең ижади һәм заманса идеяларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды гранттарына конкурстар, төрлө акциялар, шиғри һәм мәҙәни флеш-мобтар, башҡорт телендә уҡыу, нәфис әҙәбиәт сығарыу, башҡорт телен популярлаштырыу өсөн цифрлы платформаларҙы әүҙем индереү һәм башҡалар булышлыҡ итә. Ғафури районында ла күп эштәр башҡарыла. Шул иҫәптән башҡорт теле танылған яҡташыбыҙҙың ижадын өйрәнеү һәм пропагандалау аша ла популярлаша. Әйткәндәй, былтыр шағирҙың һәм яҙыусының тыуған ауы-
лында “Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсының район этабы үтте. Бәйге башҡорт әҙәбиәте классигына Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүҙең 100 йыллығына арналды. Бер йыл элек, 2022 йылда, Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды конкурсында еңеү яулап, Еҙем-Ҡаран мәктәбендә шағир М.Ғафуриҙың мөйөшө һәм яңыртылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты асылды, ул заманса ҡорамалдар - видеопроектор, видеоэкран, ноутбук, принтер менән йыһазландырылды. Ошо уҡ йылда Президент гранты нигеҙендә “Парктың икенсе тормошо” проекты буйынса шағир исемендәге паркта М.Ғафуриға бюст ҡуйылды, йәйәүлеләр һуҡмағы, шишмәләр араһында заманса баҫмалар эшләнде, сығып ятҡан сығанаҡтарға бәләкәй буралар ултыртылды, ял итеү өсөн эскәмйәләр, ҡош һындары ҡуйылды, сүп һауыттары урынлаштырылды.
Йылдың-йылы 2 августа шағирҙың тыуған көнөн билдәләп уҙғарылған саралар уның иҫтәлегенә баш эйеү, уға халыҡ һөйөүенең, ололоҡлауының бер сағылышы ул.
- Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Һәм был йәһәттән халҡыбыҙҙың ҙур роль уйнауы бик яҡшы күренеш. Беҙ туған телендә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм был һөйөүҙе башҡаларға еткергән әүҙем һәм битараф булмаған кешеләргә ярҙам итергә булдыҡ, - тип яҙҙы 2023 йылдың сентябрендә үҙ яҙмаларының береһендә респуб-
лика Башлығы Радий Хәбиров.
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова:
- Мәжит Ғафури - әҙәбиәтебеҙҙең сағыу йондоҙо ул. Уның биографияһын, ижадын беҙ мәктәптә, һуңынан университетта ентекле өйрәндек. Алдынғы ҡарашлы М.Ғафури әҫәрҙәрендә үҙ заманының көнүҙәк проблемаларын күтәргән тип әйтә алам. Шуға күрә уның әҫәрҙәре, һәр ҙур шағир һәм яҙыусының ижады кеүек үк, темалар байлығы һәм жанрҙар төрлөлөгө менән айырыла. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: яҡташыбыҙ ябай халыҡты белемгә ынтылырға өндәгән, йәш быуынды тәрбиәләүгә, милли мәғариф һәм мәҙәниәткә иғтибар бирергә саҡырған.