Республикабыҙҙа Миңлеғәле Шайморатовты белмәгән, уның ҡаһарманлығы менән ғорурланмаған кеше юҡ, хатта бәләкәй генә балаларға тиклем теле асылыр-асылмаҫтан “Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал” тип йырлап йөрөй. Ул беҙҙең өсөн һәр ваҡыт Герой булды һәм шулай булып ҡала.
2020 йылда, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Шайморатовсылар хәрәкәтенә нигеҙ һалынды һәм Герой исемендәге тәүге кластар ойошторола башланы. Бындай класс районыбыҙҙың Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ла булдырылды. Уларға берҙәм мәктәп формаһы тектерелде.
Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы ла ҙур шатлыҡ булды. “Был мөһабәт монумент – тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм яҡлау буйынса башҡарылған эштең бер өлөшө”, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров. Ошонан Шайморатов һәм Доставалов исемендәге һәм башҡа Башҡортостан батальондары яугирҙәре ил именлеге һағына юлланды.
Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулған көндә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8 “А” класс уҡыусылары ла батырҙы хөрмәт менән иҫкә алды. Уҡытыусылары Раушания Әхнәф ҡыҙы Рафиҡованың, тәрбиәселәре Луиза Флүр ҡыҙы Ишбулдинаның ҡаһарман тураһында һөйләүҙәрен тыңлап, ғорурлыҡ кисерҙеләр.