Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
24 Ғинуар , 10:30

Эш сәфәре емешле булды

15 ғинуарҙа районыбыҙҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин эш сәфәре менән булып китте. Районыбыҙҙың бер нисә белем учреждениеһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Эш сәфәре емешле булды
Эш сәфәре емешле булды

Сәфәр барышында Илдар Марат улы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Юлия Судовикова һәм башҡа яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән берлектә “Красноусол” балалар һауыҡтырыу лагерының “Имәнкәй” һәм “Ҡояшлы” майҙансыҡтары, шулай уҡ Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы менән танышты.
- Лагерҙар биләмәһен һәм уларҙың техник торошон ҡарап сығып, майҙансыҡтарҙың артабанғы эш перспективаларын тикшерҙек. “Имәнкәй” йыл әйләнәһенә эшләгән һауыҡтырыу лагеры булып тора. Яңы йыл каникулдарында бында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 90 балаһы ял иткән, - тине сәфәрен йомғаҡлап Илдар Мәүлетбирҙин.
Илдар Марат улы шулай уҡ районда бюджет нигеҙендә уҡытыу алып барылған берҙән-бер урта һөнәри белем биреү учреждениеһы - Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында булғанда һөнәри белем биреү системаһы ил иҡтисадының кадрҙарға ихтыяжын тәьмин итеүгә йүнәлтелеүен һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйылғы уҡыу йылында филиалда “тракторсы-машинист”, “төҙөлөш эштәре мастеры”, “ауыл хужалығы производствоһы мастеры” һәм “ашнаҡсы-кондитер” һөнәрҙәре буйынса 156 студент белем ала. Педагогтар коллективында 32 белгес эшләй. Бөтә уҡытыусылар һәм мастерҙар бай эш тәжрибәһенә һәм юғары категорияға эйә. Илдар Марат улы район һәм филиал етәкселеге менән белем биреү процесы, уҡыу базаһын яңыртыу һәм талап ителгән һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләү сифатын күтәреү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр.
- Бөгөн район эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Йәштәр тыуған ерендә эшләргә ҡалһын өсөн тырышабыҙ. Шуға күрә буласаҡ белгестәр әҙерләгән уҡыу йортоноң профессиональ стандарттарға тап килеүе һәм заман менән бергә атлауы мөһим, - тине район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы.
Эш сәфәре аҙағында Илдар Мәүлетбирҙин район башлығы Венер Вахитов һәм А.Доставалов исемендәге батальондың “Сенеж” позывнойлы рота командиры менән берлектә Красноусолдан хәрби-һауа көстәре ветераны Илья Макаровҡа тантаналы рәүештә Батырлыҡ орденын тапшырҙылар.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: