Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ғинуар 2025, 15:28

Ленинград блокадаһын иҫкә алып...

23 ғинуарҙа районыбыҙҙың Балалар ижады үҙәге педагогтары Ленинград блокадаһын тулыһынса бөтөрөүҙең 81 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Ленинград блокадаһы" тип аталған сара ойошторҙо. Төп маҡсат булып уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында төшөндөрөү, Ленинград блокдаһы, блокада икмәге менән таныштырыу, ауыр һынауҙар үткән кешеләр яҙмышына мәрхәмәтлелек хистәре уятыу, Тыуған илгә ҡарата патриотик тойғо тәрбиәләү торҙо.

Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...

27 ғинуарҙа Ленинград блокадаһы тамамлана. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.

Ҡала тик Ладога күле аша ҙур ер менән тоташа. 1941йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар уны туҡтамай авиация утына тота. Ошоға ҡарамай, ул халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарға ҡорал, аҙыҡ-түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай.

1944 йылдың 14 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер нисә көн барған тигеҙ булмаған алышта, йәғни 27 ғинуарҙа, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе өҙгән блокада өҙөлә һәм гитлер ғәскәре сигенә.

23 ғинуарҙа районыбыҙҙың Балалар ижады үҙәге педагогтары Ленинград блокадаһын тулыһынса бөтөрөүҙең 81 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Ленинград блокадаһы" тип аталған сара ойошторҙо. Төп маҡсат булып уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙлығы тураһында төшөндөрөү, Ленинград блокдаһы, блокада икмәге менән таныштырыу, ауыр һынауҙар үткән кешеләр яҙмышына мәрхәмәтлелек хистәре уятыу, Тыуған илгә ҡарата патриотик тойғо тәрбиәләү торҙо.

Сара блокада ҡорбандарын иҫкә алып, улар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ менән башланды. Артабан Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев сараны асып, Ленинград блокадаһы хаҡында ҡыҫҡаса телмәр тотоп, беҙҙең бөгөнгө көнөбөҙ, яҡты киләсәгәбеҙ илебеҙҙең тарихи үткәне менән тығыҙ бәйле булыуы тураһында һөйләп үтте.

Иң тәүҙә уйында ҡатнашыусылар брейн-рингта тарихи һорауҙарға яуап бирҙе, ә һуңынан тарихи квест үтеү өсөн маршрут ҡағыҙы буйынса бүленде. Квест ошо иҫтәлекле датаға арналған "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй Һыу саралары сиктәрендә үтте. Балалар Бөйөк Ватан һуғышы тарихын яҡшы белеүҙәрен, үҙҙәренең эрудициялылығын һәм тапҡырлығын күрһәтте, "Морзе әлифбаһы", "Һаҙлыҡ", "Мина яланы", "Блокада икмәге", "Шифровка", "Һуңғы хәбәр", "Фотография" кеүек этаптарҙа хәүефле һуғыш йылдары атмосфераһына сумды. Һәр этап тарихи легенданан башланып, уны тыңлап, команда эшкә тотондо. Бында Красноусол ауылы мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.

Һуңынан был уйындың еңеүселәре лә билдәле булды. 1-се урын “Ленинград пульсы” командаһына (2-се мәктәп), 2-се урын - "Еңеү ирекмәндәре" (Балалар ижады үҙәге) һәм "Ғинуар күк күкрәүе” (Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты), 3-сө урын “СССР” (3-сө мәктәп) командаһына бирелде. Шулай уҡ 1-се мәктәптең “Йәшен” һәм Балалар ижады үҙәгенең “Юнармия” командалары сарала ҡатнашҡандары өсөн сертификаттар менән бүләкләнде.

Ерҙә йәшәгән һәр кемгә лә иң мөһиме – Тыныслыҡ! Был сарала һуғыштың ни тиклем ҡот осҡос һәләкәт икәненә тағы бер ҡат инанған уҡыусылар, илебеҙ күге тыныс булһын тигән изге теләктәр менән таралыштылар.

Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Ленинград блокадаһын иҫкә алып...
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас