Студент саҡтың иң күңелле, мажараларға тулы, матур ваҡыт икәнен үҙең ошо студент “иленә” килеп ингәс кенә аңлайһыңдыр ул. Райондаштарыбыҙҙың күп кенә быуынына Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе, һөнәри оҫталыҡ урыны һәм икенсе йорто булды. Эшсе һөнәрҙәре тимерлеге булып танылған колледжда бөгөн 156 студент 7 уҡыу төркөмөндә белем ала. Улар бында “Ашнаҡсы, кондитер”, “Дөйөм төҙөлөш мастеры”, “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры”, “Тракторсы-машинист” һөнәрҙәрен үҙләштерә. Был уҡыу йортонда 27 хеҙмәткәр иҫәпләнеп, шуларҙың 14-е мас-тер, уҡытыусылар.
- Беҙ ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм транспорт ойошмалары өсөн эшсе кадрҙар әҙерләйбеҙ. Беҙҙең студенттар район, респуб-лика кимәлендәге сараларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Уларға ай һайын стипендия түләнә. Бынан тыш, айырым категорияға ингән граждандарға социаль ярҙам да ҡаралған. Колледжда мохтаждарға ятаҡтан урын бирелә. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда эшсе көстәр һәм йәштәр һәр тарафта кәрәк, беҙҙә тап шундай һөнәрмәндәр әҙерләнә лә инде. Ошонда уҡып, һөнәр алып сыҡҡан меңдәрсә уҡыусыларыбыҙ бөгөн төрлө тарафтарҙа уңышлы эшләйҙәр. Филиал үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәү өсөн барыһын да эшләй һәм артабан да шулай дауам итәсәк, - тип һөйләп үтте Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Светлана Фәим ҡыҙы Ғүмәрова.
Колледж етәксеһенең уҡыу буйынса урынбаҫары Екатерина Александровна Иждиһатова дүртенсе йыл ошо колледжда уҡыусы, “Ашнаҡсы, кондитер” һөнәрен үҙләштереүсе уҡыу алдынғылары Екатерина Афанасьева, Камилла Вәлиева, Крис-тина Александрованы маҡтап телгә алып үтте. Улар бында уҡыу осоронда тик "биш"кә генә өлгәшеп, үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән, ҡыҙыл дипломға ла дәғүә итәләр. Ҡыҙҙар артабан уҡыуҙарын аграр университетта дауам итергә лә уйлашалар. Шулай уҡ тәрбиә эштәре буйынса яуаплы Надежда Александровна Монасипова студенттарҙың “Форсат” йәштәр үҙәгендә шөғөлләнеүҙәрен, ирекмәнлек эшендә лә теләп ҡатнашыуҙарын, махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙәрен дә телгә алды.
Эйе, колледжда тормош гөрләп тора. Филиал киләсәккә өмөт менән ҡарай һәм арымай-талмай эшләй. Студенттар үҙ сиратында хеҙмәт баҙарында айырыу-са һорау менән файҙаланылған һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Барлыҡ студенттарға ла яратып һайлаған һөнәрҙәренең оҫталары булыуҙарын һәм уңыштарға өлгәшеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.