Уҡыусылар был сараға етди әҙерләнеп, тәрбиәселәре Гөлшат Вәлиева, Эльза Хөсәйенова, Рәйсә Йәнмырҙина, Гөлназ Мирхәйҙәрова, Луиза Вахитова етәкселегендә бөгөн онотолоп барған "Ҡояш саҡырыу", "Ҡыҙҙар тауында", "Ҡар һыуына барыу", "Ямғыр саҡырыу", "Балаға исем ҡушыу" кеүек йолаларҙы сәхнәләштерҙе.Үҙҙәренә ярҙамға өләсәйҙәрен, ағинәйҙәрҙе лә саҡырғандар. Сара барышында балалар тарафынан төрлө милли уйындар уйналды, һынамыштар, теләктәр әйтелде, улар йырлап-бейеп тә алды.
5"А" класына йола күренешен сәхнәләштерергә саҡырылған ағинәй Тәнзилә Вахитова, 5 "В" класына ярҙам иткән ағинәйҙәр Фәниә Йәнмырҙина менән Минзилә Монасипова йола күренештәренә милли колорит өҫтәп, уны тормошсан да, мауыҡтырғыс та итә алдылар.
Конкурс булғас, урындар ҙа бүленде. Гран-при хаҡлы рәүештә 5 "А" класына бирелде. Сарала ҡатнашыусы ағинәйҙәр Тәнзилә Вахитова, Фәниә Йәнмырҙина, Минзилә Монасипова, Венера Йәнбирҙина, Рәмзиә Монасипова үҫеп килеүсе йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә күрһәткән ярҙамдары өсөн Дипломдар менән бүләкләнде.
Гимназияла башҡорт телен, милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауға ҙур әһәмиәт бирелеүе маҡтауға лайыҡ.
Рәмзиә МОНАСИПОВА.