+28 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
7 Март 2025, 09:24

“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”

Күптән түгел районда ошондай исем аҫтында  мәғариф музейы асылды  “Пересвет” гражданлыҡ –патриотик тәрбиә биреү фонды проекты командаһының ныҡышмалы эше һәм Башҡортостан Башлығы гранттары Фонды ярҙамы менән Красноусол ауылындағы “Теремок” балалар баҡсаһы бинаһында “Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”  мәғариф музейы үҙенең ишектәре асты.

“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”

Музейҙы асыу тантанаһында  район хакимиәте башлығының иҡтисад  мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина,  мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, мәғариф ветерандары  ҡатнашты.

-Ғүмерҙәрен үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусы- ветерандар тураһында иҫтәлек-хәтирәләрҙе һаҡлау маҡсатында ошондай мәғариф музейы булдырыу күптәнге  хыял ине, -тине проект етәксеһе Юлия Судовикова тантаналы сараға йыйылыусылар менән шатлығын уртаҡлашып.- 2023 йылда грант ала алманыҡ, әммә уйыбыҙҙан кире ҡайтмайынса, тағы ла ныҡышмалыраҡ итеп эшкә тотондоҡ. Тырышлығыбыҙ бушҡа булманы, конкурста еңеүгә өлгәштек һәм бына маҡсатыбыҙға өлгәштек.

Артабан Юлия Анатольевна  проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән партнерҙарына  “Пересвет” гражданлыҡ –патриотик тәрбиә биреү фондының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Красноусолдағы 1-се мәктәп директоры, район Советы рәйесе Галина Петрова, мәғариф ветераны Ғәлинур Ҡалмырҙин,  беренселәрҙән булып районда мәғариф музейы булдырыу идеяһы менән күптән янып йөрөгән Рим Исламғолов был һөйөнөслө ваҡиға уңайынан  үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

-Музей дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә асылды.  Проект командаһында йәғни советта булған һәр кем үҙенең тос өлөшөн  индерҙе. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен, йәш быуындың мәғариф  тарихы,  төрлө осорҙа мәктәптәрҙә эшләгән уҡытыусылар менән ҡыҙыҡһынып уларҙы иҫкә алыуы һәр беребеҙ өсөн оло шатлыҡ, - тине Рим Насирулла улы.

 Һәм бына ҡыҙыл таҫма киҫелеп, сараға йыйылыусылар  өр-яңы  музейға үтеп, дөйөм көс менән тупланған экспонаттар менән таныша.

Красноусолдағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы  Олег Николаев  музейҙың тәүге ҡунаҡтарын тарихи экспонаттар менән таныштырып, уларҙың һәр береһенең  бөртөкләп йыйылыуы, тотош район халҡының был изге эшкә үҙ өлөшөн индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

-Экспонаттар йыя башлау менән битараф булмаған кешеләр “һеҙҙә, музейҙа һаҡланһын,” тип, үҙҙәрендә һаҡланған тарихи фотолар, элекке уҡыу әсбаптары, Маҡтау ҡағыҙҙарын килтереп тапшырҙы. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Бәлки, тағы ла кемдәрҙәлер мәғарифҡа бәйле материалдар бар икән һәм уларҙы музейға  килтерһәгеҙ беҙ бик шат булыр инек.  Сөнки музейҙағы һәр әйбер үҙе тарих һәм  ул ҡәҙерләп һаҡланырға тейеш,- тине Олег Сергеевия йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Әйткәндәй, музей асыу тантанаһына килеүселәр ҙә буш ҡул килмәгән. Мәғариф ветераны Т.Сухорукова, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа Красноусолдағы 1-се мәктәптә эшләүсе уҡытыусылар коллективы фотографияһын, район ветерандар советы рәйесе Э.Мөлөкова һуғыш ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, уҡытыусы булып эшләгән Уйылдан Шәриповтың китаптарын бүләк итте.

Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәктер, республикала был өсөнсө  Мәғариф музейы. Әлегә тиклем бындай музейҙар Өфөлә һәм Ишембай районында ғына бар ине. Иң мөһиме, районыбыҙҙағы музей  заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Бында вертуаль версия-  район мәғарифы тарихына сәйәхәт итеү мөмкинлеге биргән  интерактив  сенсорлы  панель урынлаштырылған. Улай ғына ла түгел, виртуаль экспозицияға  музей сайты аша инеп тә буласаҡ.

“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек” музейы  тарихи материалдарҙы  һаҡлау ғына түгел, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләү, шулай уҡ уҡытыусыларға ихтирам һәм был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу урыны ла  булып һәр кемде үҙенә тартып торһон, тип теләргә генә ҡала.

Мәрхәбә Собханғолова.

Рәмзиә Монасипова, мәғариф ветераны.

- Башҡортостан юлдаш телеканалының “Интервью” тапшырыуында республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар МӘҮЛЕТБИРҘИН  мәғариф системаһының  2024 йылдағы эш һөҙөмтәләре, уңыштары, яңы 2025 йылға билдәләнгән бурыстар һәм маҡсаттар тураһында һөйләне.

Ысынлап та һуңғы йылдарҙа ил, республика кимәлендә белем биреү системаһына ҙур иғтибар бүленә. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, мәктәптәрҙә уңайлы, заманса шарттар тыуҙырыу өсөн башҡарылған эштәрҙе күрәбеҙ. Мәғариф өлкәһендә ғәмәлгә ашырылған программалар ярҙамы ла баһалап бөткөһөҙ.

Районыбыҙ мәктәптәре лә йылдан-йыл яңы төҫ ала, күркәмләнә бара. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә эшләү дауам итһен ине, тигән теләктәмен.  

Ә инде Мәғариф музейы асылыуы  күптән көткән шатлыҡлы ваҡиға.  Унда һәр кем  район да белем биреү системаһы тарихы, үҫеше,  бар ғүмерен уҡытыусылыҡ һөнәренә арнаған, төрлө йылдарҙа уңышлы эшләгән етәкселәр, ветеран уҡытыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныша аласаҡ.

 

Мәғариф системаһы үҫешә

2024 йылғы йомғаҡтары буйынса республика мәғариф системаһы эше юғары  баһаланды.  Күп маҡсаттарға өлгәшелде: белем биреү хеҙмәттәренең сифатын күтәреү, инновациялар индереү, матди-техник базаны модернизациялау. Башҡортостан Башлығы ҡуйған мөһим бурыс – һәләтле уҡыусыларға һәм студенттарға ярҙам итеү- уңышлы бойомға ашырыла. Ошо маҡсатта яңы программалар индерелә, һөҙөмтәлә, район, төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә еңеүселәр һәм призерҙар һаны артты. Әлбиттә, төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре, сығарылыш уҡыусыларының әҙерлек кимәлен күтәреү, олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һаны менән дә маҡтанырға мөмкин. Минеңсә, иң мөһиме – инфраструктураны яңыртыу, ә ҡалғаны – һөҙөмтә.

“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
“Уҡытыусы ерҙә мәңгелек”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас