Етенсе йыл уҙғарылған ижад байрамында йәйғорҙоң 7 төҫө кеүек 7 номинацияла Ғафури һәм Ишембай районы уҡыусыларынан 108 эш ҡабул ителеп, 91 уҡыусы ҡатнашҡан. Ишембайҙарҙың ошо бәйгелә йыл да ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә. “Ҡышҡы йәйғор”ға килгән эштәрҙе Фәүзиә Ҡотлогилдина етәкселегендәге баһалама комиссия ағзалары: “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына эйә булыусы Рәмзиә Монасипова, сәсәниә Рима Рафиҡова, “Табын” район гәзите ҡарамағында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмә етәксеһе Лилиә Миниязова, берекмә ағзаһы Гөлшат Дәүләтова, “Урал батыр” мәктәбе етәксеһе Гөлшат Вәлиева һәм район мәғариф бүлеге методисы Альбина Басирова тикшереп, баһалаған.
“Ҡышҡы йәйғор - 2025” балалар ижады бәйгеһенең Гран-прийына Зәки Зәки Вәлиди исемендәге Ишембай башҡорт гимназияһының 9-сы класс уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин һәм Сәйетбаба урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Розалия Ишмырҙина лайыҡ булды.
Төркөм-төркөм балалар, номинацияларҙа еңеүселәр, Сәсәндәр мәктәбе ағзалары ҡулынан бүләктәр һәм дипломдар алып ҡыуанды. Сара күңелдәрҙә йылы, матур тәьҫораттар ҡалдырып тамамланды.