Бөгөн район мәҙәниәт һарайында райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, мәғариф бүлеге менән берлектә “Уҡыу йорттары йәрминкәһе” тип аталған сара үткәрҙе. Бында 9-сы класс уҡыусылары алдында республикабыҙҙың Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар, химик-технологик, Салауат индустриаль, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы колледждары уҡыу йорто вәкилдәре сығыш яһап, мәғлүмәти стендтар, буклеттар һәм күргәҙмә аша үҙҙәренең уҡыу йорттары менән таныштырҙы, ҡыҙыҡһыныусыларҙың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе.
Иң тәүҙә йыйылыусылар һәр белем усағының күргәҙмә майҙансығын ҡарап сыҡты. Бында һәр уҡыу йорто тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин ине.
Райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге начальнигы Марс Хәмзә улы Сабитов йыйылыусылар алдында сығыш яһап, ошо осрашыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тип аптыраған бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары өсөн был әйтеп бөтмәҫлек файҙалы, урынлы сара булды.