Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
21 Март , 09:00

Юбилярға тәбрик һүҙҙәре

Һабай ауылында йәшәүсе бар ғүмерен районыбыҙҙың мәғариф өлкәһенә бағышлаған, район, республика матбуғат баҫмаларының тоғро дуҫы Рәсүл Басиров 8 февралдә 85 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Үҙен оҫта етәксе итеп танытҡан, абруй, ихтирам ҡаҙанған, хәстәрлекле, ипле ғаилә башлығы, күптәргә остаз булған ир-уҙамандың хеҙмәт һәм тормош юлы һәр кемгә өлгө булып тора. Һабай, Юлыҡ, Ҡауарҙы мәктәптәрендә директор вазифаһын башҡарған, район мәғарифы тарихына яҡты эҙ һалған, исеме ҙур хәрефтәр менән яҙылған мәғариф ветераны ул Рәсүл Басиров.

Юбилярға тәбрик һүҙҙәре
Юбилярға тәбрик һүҙҙәре

Ғүмер юлына байҡау яһағанда, Һабай ауылында 1940 йылда Ғәбиҙә менән Солтангәрәй Басировтарҙың өс балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып тыуып үҫә ул. 1948 йылда Һабай башланғыс мәктәбенә уҡырға төшөп, артабан Юлыҡ ете йыллыҡ, Ҡауарҙы урта мәктәптәрендә белем алып, өлгөргәнлек аттестаты ала. Колхозда төрлө эштәр башҡара, һуңынан Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1968 йылда Ҡауарҙы мәктәбендә педагогик хеҙмәт юлын башлай, артабан директор булып эшләргә тура килә. Ошо уҡ йылда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, йүнәлтмә буйынса колхозға зоотехник булып эшкә килгән Ҡормантау ауылы ҡыҙы Сәкинә Шәйәхмәт ҡыҙы менән өйләнешәләр. 1980 йылда бай тәжрибәгә эйә етәксене Юлыҡ урта мәктәбенә директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Тормош иптәше лә мәктәпкә эшкә килә, балаларға биологиянан белем бирә, хеҙмәт дәрестәрен алып бара, өлкән кластарға зоотехник белем нигеҙҙәрен аса, бергә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйҙәр. Рәсүл Басировтың артабанғы тормош һәм хеҙмәт юлы тыуған ауылы менән бәйле. Һабайға күсеп ҡайтып төпләнәләр һәм ҙур йорт һалып инәләр. Һабай башланғыс мәктәбен 9 йыллыҡ итеп астырыуға өлгәшеп, бында директор вазифаһында хаҡлы ялға туҡтағансы лайыҡлы хеҙмәт итә.
Сәкинә менән Рәсүл Басировтар ике ул (Ғайса, Фәйзи), өс ҡыҙға (Шәүрә, Рәйсә, Зөлфиә) атай-әсәй, 13 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсүл ағай һөйөклө ҡатыны, кесе ҡыҙын һәм улын юғалтыу ауыр ҡайғыһын кисергән.
Әсәйҙәре мәрхүмә булғас, балалары атайҙарын яңғыҙлыҡта ҡалдырмай, әле береһе, әле икенсеһе үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайталар. Әлеге мәлдә Рәсүл ағай Красноусолда Рәйсә ҡыҙы менән кейәүе Айнурҙың ҙур, күркәм һәм барлыҡ уңайлы шарттары менән ҡаланыҡынан һис кәм булмаған донъяларында ғаилә усағын нурлап, балаларына - атайлы, ейәнсәре (Альбина) менән ике ейәненә (Айгиз, Алмаз) олатайлы булыу бәхетендә йәшәй. Ейәне - мәрхүмә ҡыҙының улы Дим дә бында йәшәй. Матур йола буйынса район мәғариф бүлегенең элекке етәкселәре Мансур Хөснийәров менән Ғәлинур Ҡалмырҙин, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Насиров һәм мәҡәлә авторы ғүмер байрамын билдәләүсе Рәсүл Солтангәрәй улын ҡотларға тап ҡыҙының өйөнә барҙы. Юбиляр үҙенең ҡунаҡтарын ихлас ҡаршыланы. Осрашыуҙа хәтер йомғағы һүтелде, үткәндәргә байҡау яһалды. Рәсүл ағай ҡотлауҙарҙы ихлас ҡабул итеп, үҙенә ҡарата ихтирамды юғары баһаланы. Халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫтаһы ҡунаҡтарына йыр йырлап ишеттерҙе.
Мәғариф ветераны Рәсүл Солтангәрәй улы тәбрикләргә килеүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, оҙатып ҡалды.

Юбилярға тәбрик һүҙҙәре
Юбилярға тәбрик һүҙҙәре
Юбилярға тәбрик һүҙҙәре
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: