+28 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
11 Апрель 2025, 06:45

Ҡыңғырау урынына һуғыш йылдары йырҙары яңғыраясаҡ

Май айында мәктәптәрҙә ҡыңғырау урынына һуғыш йылдары йырҙары яңғыраясаҡ, тип хәбәр итә Башинформ  агентлығы Рәсәй Мәғариф министры  Сергей Кравцовтың 2025 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороуға арналған матбуғат конференцияһындағы сығышына таянып.

«Ҡыңғырау урынына музыка» проекты сиктәрендә май айында мәктәптәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында йырҙарҙан музыка яңғырай», — тип белдергән Сергей Кравцов 2025 йылда «Үлемһеҙ полк» акцияһын ойоштороуға арналған матбуғат конференцияһында.

-5 майҙа илдең бөтә мәктәптәрендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында «Мөһим һөйләшеү» дәресе үткәреләсәк, - тип өҫтәгән министр. Сергей Кравцов мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойоштору тураһында ла  билдәләп үтә.

«Үлемһеҙ полк» акцияһы илебеҙҙең барлыҡ мәктәптәрендә һәм колледждарында ойошторола. Былтыр акцияла 10 миллион уҡыусы ҡатнашты. Быйыл уларҙың һаны артыр тип ышанабыҙ», — тигән ул.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас