|
Э |
йе, Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында коммерциялы булмаған ойошма (“Киләсәк быуын мәктәбе” мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды) асылып, гимназияла “Урал батыр” халыҡ эпосын өйрәнеү аша телде, мәҙәниәтте һаҡлап алып ҡалыу” исеме аҫтында ҙур һәм күләмле эштәр ойошторолған. “Төп маҡсат - милли традицияларыбыҙға таянып, матур киләсәккә ынтылып йәшәү. Халыҡ аҡылын үҙендә туплаған “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһен тәрәндән үҙләштереү; уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләү һәм эшләү һәләтен үҫтереү, аҡыл һәм ихтыяр көсө менән ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтеү; яуаплылыҡ, ныҡышмалылыҡ, үҙ көсөнә ышаныу, эҙләнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү; эпос миҫалында халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына тәрән ихтирам, белемгә, үҫешкә ынтылыш тәрбиәләү. Иң тәүҙә был проектҡа тотонорға ҡурҡытһа ла, йөрьәт итеп башланыҡ. Сөнки, гимназияла “Урал батыр мәктәбе” йәйелдерелгән, өләсәйҙәр мәктәбе һәйбәт эшләй, шулай уҡ һәр баланың рухлы, моңло, булыуы, гимназияла хореография, вокалға өйрәтеү һәйбәт ҡуйылыуын иҫәпкә алып, ошо проектты булдырырға батырсылыҡ иттек. “Урал батыр” эпосы гимназияға йән өрҙө, ҡанатландырҙы, тиһәң дә була. Ошо “Урал батыр” проекты эсендә уҙған байрамдар, конкурстар туҡтамаҫ, гимназияның традицияһына әйләнер тип ышанабыҙ”, - тине гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
сараға килеүселәр залға үтерҙән алда милли асылыбыҙ сағылыш тапҡан төрлө ҡул эштәренән ҡуйылған күргәҙмәне ҡараны.
Сара уҡыусыларҙың Һомай ролендә: “Халҡың, телең йәшәйме, рухың көслөмө?” - тип һорауҙарынан, уға Уралдың яуабы булған: “Йәшәй, көслө” прологы менән башланып китте. 7 “В” класс ҡыҙҙарының һоҡланғыс бейеүе бар ҡарашты үҙенә тартты, ә инде 1 “А”, “Б” кластары “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын башҡарғанда залдағылар баҫып, йырға ҡушылды.
Артабан гимназияның коммерциялы булмаған ойошмаһы директоры Раушания Дәүләтбаеваға һүҙ бирелде.
- Бөгөн беҙ бик илаһи, матур мәл кисерәбеҙ. Проектыбыҙҙың юғары нөктәһенә барып еттек, тип әйтергә була. гимназия ҡарамағында “Киләсәк быуын мәктәбе” коммерциялы булмаған ойошмаһы 2023 йылда ойошторолдо. Гимназиябыҙҙың биш еңеүле проекты булһа, шуның икәүһе - НКО-ның еңеүе. проект буйынса бик күп әйберҙәр - милли кейемдәр, биҙәүестәр, сәхнә аппаратураһы, микрофондар, компьютер, ноутбук, приздар, грамоталар алынды. Проекттың етәксеһе Гөлнара Ғәбделәхәт ҡыҙы һәм авторы Айгөл Фәрит ҡыҙы эште бик оҫта ойошторҙо. Әлбиттә, проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүсе район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, “Аманат” журналына, “Табын” гәзитенә, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенә, “Ағинәйҙәр” ойошмаһына, гимназияның “Нөктә ТВ” телестудияһына рәхмәтлебеҙ, - тине Раушания Радик ҡыҙы һәм бер төптән эшләгән партнерҙарға Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Проект сиктәрендә күп төрлө, бай йөкмәткеле саралар уҙғарылып, “Минең ғаиләм” бәйгеһендә (яуаплы Л.Алтынбаева) иң сағыу сығыштарҙың береһе тип табылған 1 “Б” класс уҡыусыһы Юлиә Рәхмәтуллина “Һәр саҡ алға ынтылыу” ғаиләбеҙҙең девизы тип, үҙ ғаиләһе менән таныштырып үтте.
“Башҡортостан мәҙәниәте” темаһына (яуаплы А.Ишкина) квест ярышында 3 “В” класына етеүсе булмаған.
Башҡорт халҡы йолаларын сәхнәләштереү бәйгеһендә (яуаплы Г.Мирхәйҙәрова) 5 “А”-лар еңеүсе булған. Улар боронғо йола-уйындарҙы ағинәй Тәнзилә Вахитова менән бергә сәхнәләштереп күрһәтте.
7-8 кластар өсөн “Тыуған еремдең топонимикаһы” темаһына (яуаплы Г.Хәбибуллина) уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияла Диана Фәхриева еңеүсе тип табылған һәм ул был сарала үҙенең “Тыуған ауылым Сәйетбаба” темаһына яҙған эшен яҡтыртты. Шулай уҡ “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереп күрһәтеүҙә 8 “В” класс уҡыусыларына етеүсе булмаған, улар был юлы ла өҙөк күрһәтте.
Проект етәксеһе Гөлнара Мөхәмәтшина: “Проектты тормошҡа ашырыу буйынса һәр этапта, һәр йүнәлештә күптәр үҙ өлөшөн керетте. Башҡорт халҡының милли кейеменә, милли биҙәүестәрен тергеҙеүгә йүнәлтелгән эште ойоштороуҙа технология уҡытыусыһы Рәмзилә Ваһапова, түшелдерек һәм башҡа милли биҙәүестәр эшләүҙә Гөлшат Шаймарҙанова, башланғыс класс уҡытыусылары менән “Урал батыр мәктәбе” етәксеһе Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева әүҙемлек күрһәтте. Район ағинәйҙәре 1-8 класҡа тиклемге ҡыҙҙар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, матур эш башҡарҙылар. Бейеү алиһәһе Айгөл Буранова балаларға бейеү генә өйрәтеп ҡалмай, һәр кейемдең, һәр биҙәүестең серҙәренә лә төшөндөрҙө. Уҡ атыу буйынса етәксебеҙ Илшат Хәбибуллин малай-ҡыҙҙарҙы уҡ атыу оҫталығына өйрәтте. Физкультура уҡытыусыһы Альфрет Мәүлетҡолов милли көрәш йүнәлешендә эште оҫта ойошторҙо”, - тине һәм һәр береһенә Дипломдар тапшырҙы.
Сарала башланғыс кластар араһында уҡ атыуҙа ла, ҡул көрәшендә лә беренселекте бер кемгә лә бирмәгән Дәүләтбай Басиров үҙе менән шиғыр юлдары аша таныштырҙы. Урта кластарҙан еңеүсе булған Рамаҙан Йәнбирҙиндың сығышы ла барыһының күңеленә ятты. Башланғыс кластар араһында “Һомай һылыуы” исеменә лайыҡ булған 1 “А” класы уҡыусыһы Айлина Хәбибуллина, урта кластар араһында еңеүсе Әлиә Яхина башҡарыуындағы бейеү барыһының күңеленә хуш килгәндер.
Килгән ҡунаҡтар - Нәркәс Әхмәт ҡыҙы менән Шәүрә Рәшит ҡыҙы ла сығыш яһап, гимназия ҡарамағында бик ҙур эш башҡарыуҙарын билдәләп, шундай сараға эләгеүҙәренә сикһеҙ шат булыуҙарын белдерҙеләр һәм гимназияға, проект етәкселегенә китаптар бүләк иттеләр. Район мәғариф бүлеге методисы Нәзифә Нәзир ҡыҙы Арыҫланбәкова ла изге теләктәрен еткерҙе.
алып барыусылар 9-сы класс уҡыусылары Алһыу Ғәлимова менән Алмаз Ҡоҙайғолов: “Һомай ҡыҙҙары, Урал улдары икәнебеҙҙе онотмайыҡ!”, - тигән һүҙҙәр менән тамамланы был сараны.
һуңынан барыһы ла башҡортса “Ритайым”ға бейергә төштө. Был проект буйынса ойошторолған эш һәр баланың күңеленә үтеп керерлек дәрт, көс-ҡеүәт, рух биреп кенә ҡалмай, уларҙы илһамландырып, ҡанатландырып, киләсәктәге изге эштәргә әйҙәп, саҡырып торһон.