

Сара “Форсат” халыҡ-ара үҙәге директоры Альбина Шакирйән ҡыҙының сәләмләү һүҙе менән башланды. Ул барыһын да Йәштәр көнө менән ҡотланы һәм белемгә ынтылыуҙың, әүҙем гражданлыҡ позицияһының мөһимлеген билдәләп: "Бөгөн беҙ еңеүҙәре һәм башланғыстары менән йәштәребеҙҙең аҡыллы, талантлы һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуын иҫбатлаусыларҙы хөрмәтләйбеҙ. Һеҙҙең уңыштарығыҙ башҡаларға өлгө булһын", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Артабан Алһыу Ғәлимова башҡарыуындағы моңло йыр бөтә залдағыларға байрам кәйефе бүләк итте.
- Интеллектуаль олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары - республика һәм Бөтә Рәсәй кимәлендә беҙҙең район исеменән лайыҡлы сығыш яһаған балалар. “Беренселәр хәрәкәте” әүҙемселәре - йәштәр башланғыстары лидерҙары, ирекмәндәр һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы ойоштороусылар. Уларҙың еңеүҙәре - ул шәхси уңыш ҡына түгел, ә бөтә райондың ғорурлығы ла. Был көн һеҙҙең өсөн тағы ла юғарыраҡ бейеклектәргә яңы баҫҡыс булһын, - тине үҙ сығышында район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Айрат улы Рафиҡов һәм бүләкләнеүселәргә наградаларын тапшырҙы.
Сарала ҡатнашыусы йәштәр район хакимиәте башлығы исеменән үҙ ҡаҙаныштары өсөн Рәхмәт хаты һәм аҡсалата бүләк алып шатланды.
Тантана күңел асыу сараһы менән тамамланды. Бында командалар үҙҙәренең артислыҡ оҫталығын, зирәклеген, хореография һәм вокал һәләттәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә, ныҡышмал ярыш барышында “Крестики” командаһы еңеү яуланы. Бөтә командалар ҙа грамоталар менән бүләкләнде.
"Бындай саралар яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра. Беҙҙе хуплағанығыҙ һәм йылы мөхит өсөн рәхмәт", - тип кисерештәре менән уртаҡлашты бүләкләнеүселәр.
Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмауҙарын теләйбеҙ.