28 июнь көнө беҙҙең, 11-се клас-ты тамамлаусы гимназист уҡыусыларҙың, сығарылыш кисәһе бик йылы, матур шарттарҙа үтте. Барыбыҙ ҙа, 32 уҡыусы, ҡулыбыҙға өлгөргәнлек аттестаттары алдыҡ. Шаулап-гөрләп торған мәктәп тормошо, Берҙәм дәүләт имтихандары - һәммәһе лә артта ҡалды. Алда яңы тормош һуҡмағы, үҙебеҙ һайлап алған уҡыу йорттары, яңы һулыш, тағы ла яңы бейек белем тауҙары тора. Яңы тормош беҙҙе бер ҙә ҡурҡытмай, сөнки гимназиябыҙ беҙгә көслө белем дә, матурлыҡ та, батырлыҡ та, һәләт тә, тәртип тә - барыһын да бирҙе. Төплө белем, матур тәрбиә биргән барлыҡ уҡытыусылар, тәрбиәселәребеҙ алдында баш эйәбеҙ.
Хөрмәтле Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова, Дилбәр Зөлфәр ҡыҙы Насирова, Раушания Радик ҡыҙы Дәүләтбаева, Гөлнара Әхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина һәм беҙгә белем биргән ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ: А.А.Ғәзизова, Ю.Р.Мәүлетҡолов, З.Р.Һабаев, Т.М.Ишҡолова, П.И.Михайлов, О.М.Вахитова, А.Ф.Ғилманова, Э.С.Ғизетдинова, И.И.Вафина, Р.М.Нәзирова, Г.Ф.Кәримова, Р.Д.Йоносова, А.М.Мәүлетҡолов, Р.Р.Сөләймәнов, Г.Ә.Латипова, Д.Ғ.Абдуллина, башланғыс класс уҡытыусыларыбыҙ: Ю.З.Салауатова, А.Ф.Ғәлләмова, беренсе кластан етәкләп алып килгән ҡәҙерле тәрбиәсебеҙ Сайма Мотаһар ҡыҙы Игликова, бишенсе кластан үҙ ҡосаҡтарына алып, икенсе әсәйҙәй булған класс етәкселәребеҙ: Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафина, Зөһрә Айҙар ҡыҙы Исирғаҡова, тәрбиәсебеҙ Ильнара Рафил ҡыҙы Хәбибуллина, бейеү серҙәренә өйрәтеүсе Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова - барығыҙға ла ҙур-ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Күк йөҙөбөҙ аяҙ, илебеҙ тыныс булһын.
11-се класты тамамлаусы ҡыҙ һәм егеттәр исеменән
Алтынай БАЙМЫРҘИНА.