+28 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
1 Август 2025, 04:00

Йөҙ балға бер аҙым

Сираттағы уҡыу йылы мәктәпте тамамлаусыларҙың сағыу уңыштары менән тамамланды. Айырыуса Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан һәм 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөмтәләр күрһәткән балалар айырылып торған.

Быйыл районда 134 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырһа, улар араһында рус теле һәм математика буйынса курсты ваҡытынан алда тамамлаған 10-сы класс уҡыусылары ла булған. Һайлаған предметтар буйынса күпселек йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатика булһа, биология һәм химияны алдағыһынан саҡ ҡына әҙерәк балалар һайлаған.
Быйыл иң юғары һөҙөмтәләрҙе Красноусол башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусылар күрһәтһә, химия буйынса 99 балл - Динар Ғайсин,профилле математика буйынса 96 балл Айназ Мәхийәнов йыйған. Биология һәм информатика буйынса район буйынса иң юғары балдар шулай уҡ КБГИ-ны тамамлаусыларҙа. Диана Рәхимова биология буйынса 91 балл һәм химия буйынса 93 балл, рус теленән 94 балл алған. Информатиканан иң юғары балл - Юлиә Сәғәҙиевала (93 балл).

Красноусолдағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаусылар ҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Егор Королев химияны 95 балға, Никита Коробов 91 балға тапшырһа, Илүзә Ишкина 92 балл йыйған.
Ә 10-сы класс уҡыусылары рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 91-шәр балл йыйып, 11-се класс уҡыусыларын уҙып киткән. Улар - КБГИ-нан Илшат Ҡотов һәм Табын ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Марианна Григорьева.
Дөйөм алғанда, БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда республикала йөҙ баллы һөҙөмтәләр һаны тағы ла артҡан һәм 159-ға еткән (2024 йылда улар 155 ине). Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаусы уҡыусы 300 балл йыйыусы булған. 11-се класс уҡыусыһы Алексей Лобов физика, информатика һәм профилле математиканың өс предметы буйынса бер юлы максималь балл алған. Һәм тағы ла рус теленән имтиханда 94 балл йыйған. Илдә “Берҙәм дәүләт имтиханы – 2025” һөҙөмтәләре буйынса бөтәһе 13 кеше 300-шәр һәм берәү - 400-шәр балл йыйыуға ирешкән.
“Сығарылыш уҡыусыларыбыҙға барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ. Улар тырышлыҡ һәм сыҙамлыҡ һынауы ғына түгел, ә билдәләнгән маҡсатҡа һуҡмаҡ та булһын, - тип яҙылған район мәғариф бүлегенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

 

 
Йөҙ балға бер аҙым
Йөҙ балға бер аҙым
Йөҙ балға бер аҙым
Йөҙ балға бер аҙым
Йөҙ балға бер аҙым
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас