

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф учреждениелары алдында бөтә команданың тығыҙ һәм оператив эшен талап иткән ҙур бурыстар тора. Бөтә биналарҙы ла ентекләп тикшерергә һәм әҙерләргә кәрәк. Быға косметик ремонт һәм мебель яңыртыу ғына түгел, ә кәрәк урында инженер коммуникацияларын алмаштырыу, электр үткәргестәрҙе яңыртыу, ҡыйыҡтарҙы һәм нигеҙҙәрҙе ремонтлау – биналарҙың торошона һәм асыҡланған етешһеҙлектәргә ҡарап – инә.
Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырыу-са иғтибар бүленә. Санитар нормаларға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә тап килеүе тикшерелә. Йәшәү менән тәьмин итеүсе бөтә системалар: вентиляция, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация – ентекләп ҡарала.
Ашханалар мотлаҡ контроль аҫтында. Бында кәрәкле бөтә документтарҙың булыуы, санитар-гигиена нормаларын үтәү, ҡоролмаларҙың төҙөклөгө һәм аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелә.
Уҡыу кабинеттарында ҡоролмаларҙың, кәрәкле йыһаздарҙың, күрһәтмә ҡорамалдарҙың булыуы һәм торошо – уңайлы һәм хәүефһеҙ уҡыу өсөн кәрәкле бөтә нәмә баһалана.
Биләмәне төҙөкләндереү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Быға ҡоймаларҙы ремонтлау һәм буяу, таҙалау, уйын майҙансыҡтарының хәүефһеҙлеген тикшереү, юлдарҙы ремонтлау һәм мәктәп биләмәһен йәшелләндереү инә.
2025 йылдың 28 июленән 1 авгусына тиклем Ғафури районында райондың мәғариф учреждениеларының яңы 2025-2026 уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде. Комиссия райондың бөтә ауыл биләмәләрендәге мәктәптәрҙе, башланғыс мәктәптәрҙе, мәктәпкәсә төркөмдәрҙе, балалар баҡсаларын, шулай уҡ Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен һәм Балалар ижады үҙәген ҡараны.
Тикшереүселәр был учреждениеларҙың әҙерлек кимәлен юғары баһалап, уларҙы балаларҙы ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер тип тапты.
- Был мәғариф учреждениелары коллективының тырыш хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм яуаплы ҡарашы һөҙөмтәһе. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, уларҙың барыһы ла уҡыу йылы башланыуға тулыһынса әҙер һәм кәрәкле санитар, техник һәм башҡа нормаларға һәм талаптарға тап килә. Яңы уҡыу йылына әҙерлек - ул формаль талаптарҙы үтәү генә түгел, ә балаларҙың уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге тураһында хәстәрлек, һәр уҡыусының уңышлы уҡыуы һәм үҫеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу, - тип билдәләнде мәғариф бүлегендә тикшереү һөҙөмтәләре буйынса.
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан сираттағы имтихан бирелде. Ул барыһы өсөн дә уңышлы һәм емешле үтһен.