+28 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
28 Август 2025, 11:23

Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа

26 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениелары директорҙарына республика ҡалаларына һәм ауылдарына юлланасаҡ 196 мәктәп автобусынан һәм 10 еңел автомобилдән асҡыстар тапшырҙы. Сара яңы уҡыу йылы башланыр алдынан уҙҙы.

Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙаЯңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа

ГАЗ, ПАЗ, УАЗ, КАВЗ автобустары Башҡортостандың 54 районынан һәм алты ҡалаһынан – Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфөнән 196 мәктәп өсөн тәғәйенләнгән.
- Ғәҙәттәгесә, 1 сентябргә тиклем балаларыбыҙ өсөн яңы техника тапшырабыҙ. Республиканың ҡала һәм райондарына 200-ҙән ашыу автобус һәм машина юлланасаҡ. Был – көн һайын мәктәпкә йөрөгән балалар өсөн өҫтәмә хәүефһеҙлек, уңайлылыҡ, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусы өсөн тәғәйенләнгән автобустарҙың береһен ҡараны, шулай уҡ мәктәп транспорты водителдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Хеҙмәтегеҙ, балаларға ҡарата изге мөнәсәбәтегеҙ, хәүефһеҙ йөрөүегеҙ өсөн рәхмәт. Автобус водителдәре - яуаплы кешеләрҙең ҙур армияһы, был бик мөһим һөнәр, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. - Бөтә уҡытыусыларҙы, мәктәп директорҙарын яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотлайым.
Әйткәндәй, өр-яңы мәктәп автобустарын Ғафури районы мәктәптәре лә алды. Автобустар районыбыҙҙың Еҙем-Ҡаран, Аҡкүл урта мәктәптәренә, Юлыҡ төп белем биреү мәктәбенә, Красноусол башҡорт гимназия-интернатына һәм Табын коррекция мәктәбенә бүленде.

Белешмә: Башҡортостанда 2 805 тораҡ пункттағы 876 белем биреү ойошмаһының 52 756 уҡыусыһы уҡыу урынына йөрөтөлә. Был эшкә 1590 мәктәп автобусы йәлеп ителгән. 2019 йылдан алып төбәк мәктәптәре өсөн федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә бөтәһе 900-гә яҡын автобус һатып алынған.

 

Гөлсөм МОНАСИПОВА,
Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры:
- Беҙҙең гимназияның матди-техник базаһын яңыртыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Яңы автобусыбыҙ ҙа ошо базаны яңыртыуға ҙур өлөш булып тора. Был техника беҙгә бик кәрәк ине, сөнки бер автобусыбыҙҙың эксплуатация срогы тулғайны. Автобус гимназиябыҙға район үҙәгенән бик алыҫта урынлашҡан Толпар һәм Ҡурғашлы, Ташбүкән ауылдары йүнәлешенән уҡыусыларҙы ташыясаҡ.
Водителебеҙ Руслан Ғәлиев йөрөтәсәк 23 урынлыҡ “ПАЗ” маркалы автобус бөтөн хәүефһеҙлек талаптарына тап килә, заманса ГЛОНАСС Спутник навигацияһы, тахограф, өҫтәлмә автономлы йылытыу системаһы, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған. Автобуста йөрөүе балаларыбыҙға уңайлы, хәүефһеҙ булыр, улар үҙҙәре лә автобусҡа һаҡсыл ҡарашта булырҙар тип уйлайым. Форсаттан файҙаланып, яңы уҡыу йылында бар уҡыусыларыбыҙға ла уңыштар теләйем!

Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Яңы уҡыу йылына – яңы автобустарҙа
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас