

Иң тәүҙә мәктәп алдында Белем көнөнә һәм 2025-2026 уҡыу йылының башланыуына арналған тантаналы линейкалар үтте. Мәктәптең Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ринат Шаймарҙанов был тантанаға барыһының әҙер булыуын еткергәс, линейка Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын күтәреү һәм Гимндарын тыңлау менән башланды.
Хөрмәтле ҡунаҡ - район хакимиәте башлығы Венер Вахитов 2-се мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы, атай-әсәйҙәрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе Белем көнө менән ҡотлап, изге теләктәр еткерҙе.
Мәктәп директоры Марат Басиров үҙ сығышында белем усағының ҡаҙаныштары тураһында һөйләп, быйыл 11-се класты тамамлаған 31 уҡыусының утыҙы юғары уҡыу йортона, берәүһе медицина колледжына уҡырға кереүе тураһында шатлыҡтары менән дә уртаҡлашты.
Белем көнө, бала саҡ хәтирәһе булып, һәр беребеҙҙең күңел түрендә һаҡлана торған көн ул. Ап-аҡ таҫма бәйләгән, ҡулдарына портфель тотҡан уҡыусылар тәүге тапҡыр белем йорто тупһаһына аяҡ баҫа, беренсе уҡытыусылары менән осраша, көмөш ҡыңғырау тауышын ишетә.
Был байрам, яңы уҡыу йылы күңелегеҙҙә матур хәтирәләр генә ҡалдырһын, шатлыҡ-ҡыуаныстарға, матур билдәләргә, уңыштарға бай булһын, еребеҙҙә тыныслыҡ тантана итһен.