

Мәктәптәр әҙер
Башҡортостанда 1200-ҙән ашыу белем усағы уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Уларҙа ремонт үткәрелгән, дәреслектәр һәм ҡорамалдар алынған. Белем усаҡтарының персоналы һәм һаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡораллы һөжүм, шартлатҡыс ҡоролма табыу йәки БПЛА һөжүме ваҡытында грамоталы эш итә алһын өсөн бөтә Рәсәй буйынса күнекмәләр үткәрелде.
– Уҡыу йылы башына республиканың 711 мәктәбе «Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» һәм «Хеҙмәт (Технология)» предметтары буйынса уҡыу кабинеттары өсөн яңы ҡорамалдар алды, – тине Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин. – Тейешенсә йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында – дүртенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Был маҡсатҡа йүнәлтелгән сумма 203,5 миллион һум тәшкил итте.
Беҙҙең бурыс – яҡташ геройҙарҙың батырлығын онотмау
Йыл аҙағына тиклем республиканың 104 мәктәбенә төрлө осор геройҙарының исемдәре биреләсәк, «Геройҙар парталары» булдырыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған уҡыу йылында 20 мәктәпкә Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, Дан ордены кавалерҙары һәм республиканың күренекле эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелде. 78 уҡыу йортоноң фасадына һәләк булған МХО яугирҙәре хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды.
Башҡортостанда барлыҡ һәйкәлдәр, мемориалдар, обелискылар реставрацияланды. Тематик күргәҙмәләр үткәрелә, мәктәп музейҙары булдырыла, эҙәрмәндәр отрядтары эшләй. 16 меңдән ашыу 10-сы класс уҡыусыһы «Авангард» уҡыу үҙәге базаһында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында хәрби хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге әҙерлек үтте.
Берҙәм дәреслектәр була
Законға ярашлы, мәктәп уҡыусыларҙы дәреслектәр менән тәьмин итә, ата-әсәләр бының өсөн ғаилә бюджетынан аҡса сарыф итергә тейеш түгел. Төбәктең Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, был йәһәттән проблема юҡ. Бөтә мәктәптәр ҙә берҙәм дәүләт дәреслектәре менән тәьмин ителгән, быйыл республика ошо маҡсатта 1,3 миллиард һум аҡса бүлгән. Берҙәм дәүләт дәреслектәре – ул раҫланған әсбаптар, уларҙы илдәге бөтә мәктәптәр, төбәгенә һәм белем усағының төрөнә ҡарамай, файҙаланасаҡ. Тимәк, барлыҡ мәктәптәрҙә лә берҙәм уҡытыу стандарттары буласаҡ.
Берҙәм дәрестәр теҙмәһе барлыҡҡа килә
Шулай уҡ яңы уҡыу йылынан Рәсәйҙең бөтә мәктәптәрендә берҙәм дәрестәр теҙмәһе индерелә. Был барыһының да көндәлектәрендә бер иш дәрестәр буласағын аңлатмай. Яңылыҡтың маҡсаты – бөтә мәктәптәрҙә лә предметтарҙы өйрәнеү темпы бер төрлө булыуға өлгәшеү. Мәҫәлән, уҡыусы Һамарҙан Өфөгә күсеп килә һәм уҡыуын тыныс ҡына дауам итә ала, сөнки программа оҡшаш, бер үк ҡатмарлылыҡта, өҫтәүенә дәреслектәр бер үк. Уҡыусыға ла яңы коллективҡа һәм уҡытыусыға яраҡлашыу еңелерәк буласаҡ. Ә дөйөм алғанда, берҙәм дәрестәр теҙмәһе балаларға артыҡ йөкләмә һалыуға ҡаршы көрәшергә, уҡыу процесын тигеҙ бүлергә ярҙам итергә тейеш.
Өй һәм контроль эштәргә лимиттар билдәләнде
Властар балаларҙың уҡыуҙан тыш ял итергә һәм ҡыҙыҡһынған шөғөлдәренә ваҡыты ҡалыуын хәстәрләй. Өй һәм контроль эштәрҙе башҡарыу ваҡытын сикләгән нормативтар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, беренсе класс уҡыусыһы өйгә эштәргә – бер сәғәттән, ә бишенсе класс уҡыусыһы ике сәғәттән артыҡ ваҡыт сарыф итмәҫкә тейеш. 9-сы кластан 11-се класҡа тиклем өйгә бирелгән эштәрҙе башҡарыуға 3,5 сәғәт ваҡыт бүленә.
Контроль һәм тикшереү эштәре предметты үҙләштереүгә бүленгән уҡыу ваҡытының 10 процентынан артмаҫҡа тейеш. Контроль эштәр бер-ике дәрестә башҡарыласаҡ, тикшереү эштәрен 45 минут эсендә башҡарырға кәрәк.
Тыуған яҡ тарихын өйрәнәсәктәр
1 сентябрҙән мәктәптәрҙә йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәре ҡыҫҡартыла башлай. 6-7-се кластарҙа был предметты мәктәп программаһынан тулыһынса алалар: белгестәр өйрәнелгән материалдар был йәштәге уҡыусылар өсөн бик ҡатмарлы тигән һығымтаға килгән. 8-се класта предмет әлегә ҡала, әммә 2026 йылдың сентябренән «Йәмғиәтте өйрәнеү» 9-11-се кластарҙа ғына уҡытыласаҡ. Мәғариф министрлығында, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен ҡыҫҡартыу Төп дәүләт имтиханын тапшырыуҙы ҡатмарлаштырмаясаҡ, сөнки имтиханды яңыртылған курсҡа яраҡлаштыралар, тип вәғәҙә итәләр.
Йәмғиәтте өйрәнеү фәне урынына уҡыу программаһына тарих индереләсәк, шул иҫәптән 5-7-се класс уҡыусылары өсөн яңы курс өҫтәлә. Унда уҡыусыларға төбәк тарихы, республиканың милли төрлөлөгө һ.б. тураһында һөйләйәсәктәр.
Яңы мәктәптәр асыла
Йыл аҙағына тиклем республикала дүрт яңы белем усағы эшләй башлаясаҡ. Өфө районының Шмидт ауылында һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылында балалар баҡсаһы менән берлектәге мәктәптәр асыла; Өфөләге Затон-Көнсығыш биҫтәһендә яңы мәктәп балаларҙы ҡабул итә; шулай уҡ Кузнецов затонында Волга буйы федераль округында иң ҙур буласаҡ 2200 урынлыҡ мәктәп асылыуы көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һуңғы алты йылда Башҡортостанда 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы асылды. Быйыл Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән Республика математика лицей-интернаты төҙөлә башланы, унда бөтә төбәктән һәләтле балалар уҡыясаҡ. Федераль программаға ярашлы, республикала 11 миллиард һумдан ашыу суммаға 181 мәктәп ремонтланды. Быйыл төҙөүселәр 35 мәктәпте, ике балалар баҡсаһын һәм ике колледжды яңыртты. Тағы ла 41 бинаны тәртипкә килтереү планлаштырыла.
Балалар лагерҙары ла яңырасаҡ
Башҡортостан Башлығы 2030 йылға тиклем ҡала ситендәге лагерҙарҙы яңыртыу буйынса төбәк программаһын әҙерләргә ҡушты. Беҙҙә бөтәһе 102 лагерь бар, шуларҙың 57-һе йыл әйләнәһенә һәм 45-е миҙгелле рәүештә эшләй. Йыл һайын республика лагерҙарында 500 меңдән ашыу бала ял итә. Быйыл беҙгә йәйге ялға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан 600 уҡыусы, шулай уҡ Белоруссиянан һәм Үзбәкстандан балалар килде.
Балалар уңайлы шарттарҙа ял итһен өсөн республикала тиҙ ҡорола торған торлаҡ модулдәрен төҙөйҙәр. Баймаҡ районындағы «Орленок» балалар лагерында ошондай ике модуль барлыҡҡа килде лә инде. Киләһе йылда Туймазы һәм Ейәнсура райондарында ике модуль төҙөү планлаштырыла.
Гранттар һәм шифаханаға юлламалар
Башҡортостан инициативалы йәш уҡытыусыларға әүҙем ярҙам күрһәтә. Биш йыл эсендә 525 йәш педагог, 690 мең һумлыҡ грантҡа эйә булып, дәүләттән финанс ярҙамы алған. Ә 1 сентябрҙән ауыл мәктәптәренең иң яҡшы 50 директоры ошо күләмдәге гранттар менән билдәләнәсәк. Республика етәкселеге балалар баҡсалары тәрбиәселәренә ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, уларға тәғәйен грант түләүҙәре 575 мең һум тәшкил итә.
Быйыл уҡытыусыларҙы тәүге тапҡыр урындағы шифаханаларға юлламалар менән дәртләндерәләр. Сентябрҙә уларҙы меңгә яҡын уҡытыусы аласаҡ. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был башланғыс йыл һайын ғәмәлгә ашырыласаҡ.