+28 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
8 Сентябрь 2025, 04:00

Балаларҙың киләсәге һеҙгә бәйле

Хөрмәтле район мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар һәм ҡунаҡтар! Һеҙҙе традицион август кәңәшмәһендә сәләмләүемә бик шатмын. Яуаплы осор алдынан үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләренә бергәләп йомғаҡ яһап, көнүҙәк проблемалар һәм бөгөнгө көн талаптарын анализлау, алдағы яңы уҡыу йылына бурыстарҙы билдәләү бик мөһим.

Балаларҙың киләсәге һеҙгә бәйлеБалаларҙың киләсәге һеҙгә бәйле
Балаларҙың киләсәге һеҙгә бәйле

Илһөйәрҙәр тәрбиәләү – көн талабы
2025 йыл илебеҙҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Республикабыҙҙа ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау йылы булып билдәләнә. Хөрмәтле уҡытыусылар, балалар һәм үҫмерҙәр менән системалы эш алып барыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыларығыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә, алғы һыҙыҡта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре тормошон хәрби хеҙмәткә бәйләгән кадрҙағы офицерҙар. Был иһә район белем биреү системаһының һәм йәштәр менән эштең дөрөҫ йүнәлештә алып барылыуын дәлилләй.
Бөгөн беҙҙең иңдә ҙур яуаплылыҡ, етди һынауҙар ята. Шул уҡ ваҡытта тап ошо беҙҙе сыныҡтыра, бергә туплай. Беҙҙең төп бурыс һәм маҡсат – Ватаныбыҙҙы һаҡлау һәм Рәсәйҙең тиҙерәк еңеүе. Һәм был яуаплы тарихи осорҙо бергәләп үтәбеҙ.
Мәктәп коллективтары гуманитар ярҙам, посылкалар йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар МХО яугирҙарына йылы хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрөп, сувенирҙар, бетеүҙәр эшләп ебәрә. Был ярҙам сараһы ғына түгел, тәрбиәүи йәһәттән дә мөһим. Улар Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлығын баһаларға һәм ауыр ваҡыттарҙа берҙәм булыуҙың мөһимлеген аңлап үҫә.
Илһөйәрлек тәрбиәләү темаһын дауам итеп, Красноусолдағы башҡорт гимназия-интернатында ике “Шайморатовсылар” класы һәм 3-сө урта мәктәптә МЧС-тың кадет класы асылыуын билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ районда 22 мәктәп музейы, 13 хәрби-патриотик клуб, 6 эҙәрмәндәр отряды эшләй һәм “Йәш армия” отрядтарын формалаштырыу буйынса әүҙем эш алып барыла.
Яңы уҡыу йылына – яңы бурыстар
Мәғариф системаһы районыбыҙҙа 10 филиалы булған 19 мәктәп, 4 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы - Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Балалар ижады үҙәгенән тыш Балалар сәнғәт мәктәбе һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалын үҙ эсенә алған иң ҙур социаль өлкәнең береһе булып тора. Уларҙа барлығы 5,5 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә һәм белем ала. Был тармаҡта барлығы 581 кеше эшләй. Дөйөм бюджеттың 56 проценты, йәғни 850 млн һумдан ашыу аҡса тап ошо тармаҡҡа йүнәлтелә. Уҡыусыларҙың белем сифаты мәғариф өлкәһенә һалынған теләһә ниндәй инвестицияларҙы баһалауҙың төп критерийы булып тора
Һуңғы ваҡытта был тармаҡта коммерцияға ҡарамаған секторҙың үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Районда ошондай 26 ойошма эшләй һәм төрлө конкурстарға бирелгән 300 ғаризанан 36 проект еңеүгә өлгәште. Гранттарҙың дөйөм суммаһы 22 млн һумдан ашыу тәшкил итте. 2024-2025 уҡыу йылында 4.8 млн һумлыҡ 8 проект тормошҡа ашырылды. Яңы уҡыу йылында иһә 2,5 млн һумлыҡ йәнә 4 проект тормошҡа ашырыласаҡ. Улар: Аҡкүл урта мәктәбендә – “Беҙҙең дәүер геройҙары” хәрби- патриотик клуб, Сәйетбаба мәктәбендә – “Рәсәйгә хеҙмәт итәм” интерактив лазер клубы, Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһында – “Звуколяндия мәктәптәре” асыу һәм Үзбәк ауылы мәктәбендә “Геройҙарыбыҙға - лайыҡлы иҫтәлек” проекты нигеҙендә Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫтәлегенә һәйкәлгә реконструкция. Белем биреү учреждениеларының матди техник базаһын нығытыу менән бергә уҡытыу һәм тәрбиә биреү сифатын яҡшыртыуҙа ғына түгел, ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләүгә лә ярҙам иткән бындай конкурстарҙа артабан да әүҙем ҡатнашырға кәрәк.
Яңы 2025-2026 уҡыу йылында мәғариф системаһы алдында сифатлы белем алыу (дөйөм һәм өҫтәмә белем) мөмкинлеген арттырыу, кадрҙар потенциалын үҫтереү һәм уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү, балалар өсөн һауыҡтырыу һәм ял итеү системаһын нығытыу, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын модернизациялау бурысы тора. Район биләмәһендә “Йәштәр һәм балалар” милли проект сиктәрендә “Иң яҡшылары балаларға” төбәк проекты тормошҡа ашырыла.
Район мәктәптәрендә алдан профессиональ йүнәлеш биреү маҡсатында Красноусолдағы 1-се мәктәп базаһында инженерлыҡ һәм тәбиғи-фәнни йүнәлешле, КБГИ-ла – медицина, 2-се урта мәктәптә – агротехника һәм Аҡкүл урта мәктәбе базаһында педагогика кластары уңышлы эшләй.
Балалар именлеге – иғтибар үҙәгендә
Бөгөнгө көндә мәктәптәр һәм башҡа белем биреү учреждениелары алдында унда тәрбиәләнеүселәр, уҡыусылар һәм унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы һәм тейешле шарттар булдырыу мөһим бурыстарҙың береһе. Республика Башлығы, Мәғариф министрлығы һәм район хакимиәте мәктәптәрҙең матди-техник тәьмин ителешен яҡшыртыу йәһәтенән күп эш алып бара. Мәктәптәрҙең әҙерлеген тикшереүсе комиссия ҡарарынан күренеүенсә, биналарҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса эштәр теүәлләнгән. Бөтә мәктәптәрҙә лә косметик ремонт эшләнгән. Былтыр дауылдан ныҡлы зыян күргән Үзбәк мәктәбендә икенсе ҡатта ремонт эштәре башҡарылған. Имәндәш мәктәбендә спорт залының ҡыйығы ремонтланған, Красноусолдағы 2-се мәктәптә был эш теүәлләнеү алдында. “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә “Йәншишмә” балалар баҡсаһында тәҙрәләр яңыртылды. Шулай уҡ Табын ауылындағы “Алёнушка” балалар баҡсаһында ла ҙур ремонт эштәре алып барылды.
Был тәңгәлдә проблемалар ҙа юҡ түгел. Үтәк, Ташлы, Аҡкүл һәм Ҡауарҙы мәктәптәрендә –тәҙрәләрҙе, Йөҙимәндә- кәртәләрҙе, Табын, Еҙем-Ҡаран, Үзбәк һәм Йөҙимәндә - газ ҡаҙанлыҡтарын алмаштырыу талап ителә.
Терроризмдан һаҡланыуҙы һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән белем биреү учреждениелары видеокүҙәтеү системаһы, тревога кнопкалары, һаҡ сигнализацияһы менән тәьмин ителгән, стационар металл эҙләү ҡоролмалары урынлаштырылған. 19 мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы ҡуйылған, 8 мәктәптә тәүлек әйләнәһенә һаҡ ойошторолған. Әлегә биналарҙың ҡыйыҡ аҫтында АПС (автоматик янғын сигналы) системаһы урынлаштырыу һәм бындағы ағас конструкцияларҙы янғынға ҡаршы состав менән эшкәртеү мәсьәләһе асыҡ килеш ҡала. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, әлбиттә.
Балаларҙы мәктәпкә ташыуҙы тейешле кимәлдә ойоштороу мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә. Бөгөнгө көндә 25 автобус 57 ауылдан бер мең самаһы уҡыусыны мәктәпкә ташый. Республика ярҙамы менән мәктәптәрҙең автопаркын яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Күптән түгел генә йәнә яңы 4 автобус алдыҡ.
Бөгөнгө сығышта мәғариф системаһына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙең барыһы ла яҡтыртылманы, әлбиттә. Күптәре хәл ителһә лә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Улар өҫтөндә бергәләп эшләйәсәкбеҙ һәм, хөрмәтле педагогтар, һеҙҙең ярҙамдан тыш барса проекттарҙы хәл итеү мөмкин түгел. Балаларҙың киләсәге, ғаиләләрҙең именлеге һәм тыуған төйәгебеҙҙең үҫеше тап һеҙгә бәйле.
Сығышымды тамамлап, барығыҙҙы ла бөтә халыҡ байрамы булған Белем көнө уңайынан ҡотлайым. Һеҙгә һәм коллегаларығыҙға уңыштар, ижади асыштар, ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа энтузиазм һәм энергия теләйем. Яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар.

 

- Бөгөн беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, алғы һыҙыҡта лайыҡлы көрәшә. Республика уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ата-әсәләре МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү, геройҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләщтереү буйынса эште берләштерҙе. Былтыр уҡыу йылында 10 мәктәпкә – Советтар Союзы Геройҙары, берәүһенә – Рәсәй Федерацияһы Геройы Борис Дудко исеме бирелде. 78 мәктәп фасадында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылды. Беҙҙең бурыс - яҡташ геройҙарҙың ҡаһарманлыҡтарын иҫтә тотоу һәм был мөһим эш, һис шикһеҙ, дауам итәсәк.– тине Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында уҙған уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә. Шулай уҡ Радий Хәбиров республикала мәғарифты үҫтереү хаҡында һөйләне. Һуңғы алты йылда 48 яңы мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы асылған. Федераль программа сиктәрендә 11 млрд һумдан ашыу суммаға 181 мәктәп ремонтланған. Быйыл - 35 мәктәп, ә киләһе йылда 3 млрд һумдан ашыу суммаға тағы 41 мәктәп яңыртыласаҡ.

Республика Башлығы һәр мәктәптең үҙенсәлектәрен иҫәпкә аласаҡ яңы уҡыу программаларын әҙерләргә ҡушты. Был программаларҙы 2025 йылдың 1 ноябренә тиклем әҙерләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, республика Башлығы юғары уҡыу йорттарының үҫеше тураһында ла һөйләне. Республиканың дүрт университеты - ӨФһТУ, БДАУ, ӨДНТУ һәм БДМУ - "Приоритет 2030"федераль программаһына инде. Был программа сиктәрендә юғары уҡыу йорттары үҫешкә аҡса ала. Республикала колледждарҙа техниканы әүҙем яңыртыуҙарын да билдәләне Радий Хәбиров. Был төрлө һөнәрҙәр өсөн йәш белгестәр әҙерләргә ярҙам итә. 2024 йылда иң яҡшы 75 балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе грант алған. Быйыл тағы 50 тәрбиәсе ошондай ярҙам алыуға өлгәшкән.

Республика Башлығы шулай уҡ уҡытыусыларҙың республика шифаханаларында ял итә һәм һаулығын нығыта алыуы хаҡында һөйләне. 1 сентябрҙән тәүге мең уҡытыусы шифаханаларҙа дауалана ала.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас