+28 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғариф
9 Сентябрь 2025, 04:00

Изге юлға!

Һәр йылдағыса 1 сентябрҙә беҙҙең Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы мәктәбендә лә был үҙенсәлекле көндә уҡыусылар һәм уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр яңы уҡыу йылының башланыуын билдәләү өсөн бергә йыйылып, белем көнөнә арналған линейка тантаналы шарттарҙа үтте.

Изге юлға!Изге юлға!
Изге юлға!

Мәктәптең тулы хоҡуҡлы хужалары булараҡ, Бурлы мәктәбенә 1-се класҡа килгән һигеҙ уҡыусы – 4 малай, 4 ҡыҙ, Яугилде мәктәбенә дүрт уҡыусы – 3 малай, 1 ҡыҙ тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша үтте. Беренселәрҙе уҡытыусылар Гөлфирә Ғәлина, Гөлшат Хәйретдинова ҡабул итеп, быйылғы уҡыу йылында Бурлыла – 148, Яугилделә 7 бала белем аласаҡ.
Мәктәп директоры Руслан Урал улы Тоҡомбәтов, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының район бүлексәһе етәксеһе Гүзәл Фәнил ҡыҙы Килдебаева, Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Рәүфә Ғәбдрәхим ҡыҙы Хәйретдинова, уҡытыусы-ветеран Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы Миниязова бөтә уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән тәбрикләп сығыш яһанылар, ҡунаҡтар беренселәргә бүләктәр ҙә тапшырҙы.
Тантаналы линейкала РФ һәм БР флагтарын индереү хоҡуғы уҡыу алдынғылары, мәктәп әүҙемселәре - 7-се класс уҡыусыһы Динислам Вәлиевҡа һәм 9-сы кластан Альбина Ишмөхәмәтоваға бирелеп, улар ошо тантананы алып та барҙылар. Тантананан һуң мәктәп уҡыусылары Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл алдында фотоға төштөләр.
Быйыл барыбыҙҙы ла күп асыштар һәм еңеүҙәр көтһөн, уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың дәрестәре файҙалы, фәһемле булһын, изге юлға!
Әлфиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бурлы урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас